Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
13 Март 2018, 11:45

Республиканың “үҙ” әсәлек капиталы буласаҡ

Башҡортостан Башлығы ярҙамдың төбәк формаһын индерергә тәҡдим итте

Был маҡсаттарға аҡсаны предприятиелар бүлергә тейеш. Матди ярҙамдың бындай формаһы Санкт-Петербургта, Тамбов һәм Тула өлкәләрендә йәшәп килә инде.

– Ни өсөн бай, уңышлы предприятиелар йыш ҡына ярҙам күрһәтмәй? Предприятиела эшләгән үҙ кешеләреңә ҡарата бындай ҡаты күңеллелек һәм битарафлыҡ ҡайҙан килә? “Беҙ һалым түләйбеҙ, эш хаҡы түләйбеҙ – ҡаңғыртмағыҙ”, йәнәһе. Бындай ҡараш дөрөҫ түгел. Предприятиелар үҙ коллективтарына ярҙам итеү менән ысынтылап ҡыҙыҡһынырға тейеш”, – тине Рөстәм Хәмитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙең тотош комплексы ғәмәлгә ашырыла: тәүге бала тыуғанда 300 мең һум алырға була, күп балалы ғаиләләргә түләүҙәр һәм башҡалар. Былар – федераль ярҙамды иҫәпләмәгәндә генә.

– Беҙҙең демографик сәйәсәтебеҙ үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы, – тип билдәләне Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә. – Һәм беҙ уны дауам иттек, киңәйттек. Әсәлек капиталы программаһын оҙайттыҡ, беренсе, икенсе һәм өсөнсө бала тыуғанда адреслы түләүҙәр индерҙек. Биш йылда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә льготалы ипотека ярҙамында үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ. Шулай уҡ балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларҙа балалар бүлектәрен яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла башлай.
Читайте нас: