Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
1 Октябрь 2018, 18:38

Районда 100-өнсө бала тыуҙы

“Ғаилә бәхете – ил бәхете” тигән һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Әгәр балалар сәләмәт, ныҡ, әҙәпле, рухлы булып үҫә икән, тимәк, киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалына тигән һүҙ. Шуға күрә лә, һәр кеше ғаилә ҡорғанда был эшкә яуаплы һәм ентекле ҡарарға тейештер. Һәр бала татыу, бөтә яҡлап сәләмәт ғаиләлә тыуырға тейеш.

Сентябрь аҙағында райондың ЗАГС бүлегендә быйыл тыуған 100-өнсө бала теркәлде. Тарих битенә ингән йөҙөнсө бала Кананикольск ауылында йәшәгән Александр Николаевич менән Алёна Сергеевна Буркиндарҙың ғаиләһендә тыуҙы. Татыу ғаиләлә тағы ла өс бала тәрбиәләнә һәм улар өсөн дә һеңлеләре тыуыуы оло ҡыуаныс. Сабыйға исемде лә күмәкләп һайлағандар һәм Софья тигән матур исемдә туҡталғандар.
Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡашҡарова Буркиндарҙы ошондай иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотланы, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы менән бергә бүләк тапшырҙы, ғаиләгә һаулыҡ, тыныслыҡ, донъя ҡыуаныстары һәм именлек теләне.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: