Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
7 Июнь 2019, 12:09

Изге рамаҙанда тыуған Динислам

Районда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы күп кенә сағыу саралар уҙғарылды. Шулар араһында иң иҫтә ҡалырлығы (һәр хәлдә, ата-әсә өсөн) – үҙәк дауахананың бала табыу йортонда яңы тыуған сабыйҙы тантаналы теркәү булғандыр.

Ғаиләлә сабый тыуыуы һәр саҡ ҡыуаныс. Ҡашҡар ауылынан Айҙар менән Мәҙинә Сафиндарҙың ғаиләһендә үҫеп килгән өс балаға иш булып, изге рамаҙан айында донъяға ауаз һалған малайға ата-әсәһе Динислам тигән исемде һайлаған. Бәләкәсте өйҙә ике апаһы һәм бер ағаһы көтә. Ҡыҙҙар әсәһенә бәпесте ҡарашырға вәғәҙәләр биреп янһа, хәҙер инде ағай дәрәжәһен алған малайҙары ҡустыһына әле үҙе уйнатҡан тәтәйҙәрен бүләк итергә әҙерләнә икән.
Сафиндарҙы сабыйҙары тыуыуы менән район ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлназ Ҡашҡарова ҡотланы һәм Динисламдың тәүге документын – тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырҙы.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарғы ҡушылабыҙ, Динисламдың ата-инәле, бәхетле, исеменә ярашлы иманлы бала булып үҫеүен теләйбеҙ!
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: