Был күрһәткесте тағы ла кәметеү маҡсатында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ғаиләләрҙең тарҡалыуына бәйле ҡайһы бер тыйыуҙар индерергә тәҡдим иткән. Хәҙер махсус курстар үтмәйенсә, балалы ғаиләләргә айырылышырға юл ҡуймаясаҡтар. Рәсәй Дәүләт Думаһында үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл” һөйләшеүендә һүҙ ошо турала барған. Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Ксения Мишонова белдереүенсә “илдә никах тарҡалғанда ата-әсәләр балаларға ҡарата мебелде бүлешкән кеүек ҡылана: улар талаша һәм был эш хатта судҡа барып етә.
Ә инде психологҡа йөрөү айырылышыу ҡарарына килгән ир менән ҡатынға файҙаға ғына буласаҡ. Беренсенән, белгес уларға балалары менән нисек дөрөҫ аралашырға, ғаиләлә килеп тыуған хәлде дөрөҫ аңлатырға ярҙам итәсәк, бәлки, ике аралалағы проблемаларҙы хәл итешеп, мөнәсәбәттәрҙе көйләп тә ебәрәсәк.