Бүләкләнеүселәр араһында Йылайыр ауылында йәшәгән Миләүшә Рәйес ҡыҙы Иҫәндәүләтова ла бар.
Миләүшә – биш бала әсәһе. Өлкән улы Фәиз Төркиәлә эшләп йөрөй, ул хәҙер тыуған йортонда һирәк ҡунаҡ. Шулай булһа ла, туғандары менән интернет аша көн дә аралашып, өйҙә булған һәр нәмә тураһында хәбарҙар булып тора.
Наҙгөл менән Нурзиә – Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Бәләкәстәр: биш йәшлек Нәркәс менән өс йәшлек Инсаф әле балалар баҡсаһына йөрөйҙәр.
– Балаларым – йыуаныстарым. Миҙал алып ҡайтҡас та улар беренсе булып ҡотланы һәм минең өсөн шул тиклем ҡыуандылар. Баш ҡалаға саҡырыу алғас, үҙем дә шатланып бөтә алманым. Матур ҡаршы алдылар, хөрмәт менән оҙатып алып йөрөнөләр. Салауат Юлаев һәйкәленә алып барҙылар. Ғөмүмән, барыһы ла иҫтә ҡалырлыҡ кимәлдә үтте. Йылайыр районындағы “Ғаилә” үҙәге ҡыҙҙарына рәхмәтем сикһеҙ, бик иғтибарлы һәм ихтирамлы хеҙмәткәрҙәр эшләй икән унда, – тип фекере менән бүлеште Миләүшә Рәйес ҡыҙы.