Йылайыр ауылынан Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Алсынова “Әсәлек даны” миҙалы дәүләт наградаһы алып ҡайтты.
26 декабрь көндө Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Хәким ҡыҙы Иванова күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырҙы. Миҙаллылар рәтен был юлы 50 әсәй тулыландырҙы.
Миләүшә тормош иптәше Өлфәт менән биш бала тәрбиәләйҙәр.
Ихлас ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!