Ауыл уттары
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Демография
17 Ғинуар 2020, 18:10

Ете йәшкә тиклемге балалар пособиеһы тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә пособие түләргә тәҡдим итте. Балалы ғаиләләргә дәүләттән яңы ярҙам сараһы, Президенттың билдәләүенсә, илдә демографияны яҡшыртыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Ә ни өсөн 3 йәштән 7 йәшкә тиклем?
Был һорау күптәрҙә тыуырға мөмкин. Сөнки, тип аңлатты Президент, мәктәпкә тиклемге осорҙа ата-әсәләргә (күберәген әсә кешегә) балалары менән бик йыш өйҙә ултырырға тура килә. Балалар баҡсаһында урын булмаған өсөн генә түгел (гәрсә был проблема ла асыҡ килеш ҡала, тине Путин). Мәктәпкәсә йәштәге балалар йыш ауырый һәм етерлек кимәлдә үҙ аллы түгелдәр әле. Ә “больничныйҙа” ултырған әсәйҙәр аҡсаларын юғалта. Был бигерәк тә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең кеҫәһенә һуға.
Яңы пособиены кемдәр аласаҡ?
7 йәшкә тиклем пособиеһын ошо йәштәге балалары булған бөтә ғаиләләргә лә түләмәйәсәктәр. Яңы ярҙам сараһын фәҡәт мохтаж ғаиләләр генә аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. “Түләүҙәрҙе йән башына килемдәре бер йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләр аласаҡ”, – тине ул. Был осраҡта пособиеға дәғүә итеүсе йәшәгән төбәктәге йәшәү минимумы күләме күҙҙә тотола.
Ҡасан түләй башлаясаҡтар?
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиены Президент 2020 йылдың 1 ғинуарынан уҡ түләй башларға ҡушты. Ҡануниәткә кәрәкле төҙәтмәләр үткән көн менән эшләй башлаясаҡ һәм яҡын аралар ҡабул ителәсәк. Социаль мәсьәләләр буйынса вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Татьяна Голикова, яңы пособие түләү өсөн кәрәкле аҡса бюджетта бар, тип хәбәр итте лә инде.
Яңы пособиены нисек юлларға?
Яңы пособиены юллау процедураһын граждандар өсөн мөмкин ҡәҙәр ябай һәм уңайлы итергә кәрәк, тип иҫәпләй Владимир Путин. Дәүләт башлығы чиновниктарға был эште пособиеға дәғүә итеүселәр бөтәһен дә сираттарһыҙ һәм ҡаршылыҡтарһыҙ йәки интернеттағы тейешле дәүләт порталдары аша эшләй алырлыҡ итеп ойошторорға ҡушты.
Президенттың һүҙҙәренсә, пособие алыу өсөн ғариза яҙырға, унда үҙеңдең легаль килемеңде күрһәтергә һәм уны раҫлаусы документтарҙы ҡушып бирергә генә кәрәк. Бөтәһе лә күп функциялы үҙәк (МФЦ) йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында эшләнә.
Күпме түләйәсәктәр?
Беренсе этапта, тине Президент, йәғни 2020 йылда, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙәр суммаһы пособиеға дәғүә итеүсе йәшәгән төбәктәге йәшәү минимумы күләменең яртыһына тигеҙ буласаҡ (уртаса 5500 һум). Артабан Президент уны икенсе йылдан уҡ йәшәү минимумының тулы күләменә тиклем арттырыу мөмкинлеген күҙҙә тоторға ҡушты.
Ф.МОРТАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: