Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
25 Февраль 2020, 11:40

“Ғашиҡтар матур була...”

Мөхәббәткә сорналған байрамдарҙың береһе – ул Ғашиҡтар көнө. Был байрамға ҡараштар төрлө, әммә ул һәр кемгә лә ҡағылалыр: кешене кеше иткән, ҡанатландырған, алға ынтылдырған, көс биргән, илһамландырған тойғо – мөхәббәт бит! Яратып, яратылып йәшәгәндәр, бер-береһен ихтирам иткән, бер-береһенә тоғро булған, ихлас һәм эскерһеҙ хистәр кисергән кешеләр ысын мәғәнәһендә бәхетлеләр.

14 февраль, Изге Валентин көнөндә, райондың ЗАГС бүлегендә яңы ғаилә барлыҡҡа килеүе теркәлде. Яманһаҙ ауылы егете Иван Денисов һәм Баймаҡ районының Бикеш ауылы һылыуы Ангелина Верещагина ошоға тиклем айырым барған тормош юлдарын бергә ҡушты.
“Мин яратам ғашиҡтарҙы,
Ғашиҡтар матур була.
Наҙлап һөйгән ҡыҙ алдында
Егет тә батыр булла”
Был парға ҡарап, Рәми Ғариповтың тап ошо юлдары хәтергә төшә. Денистың һәм Ангелинаның туйҙары үткән дата ғына түгел, ә ғүмерҙәренең һәр көнө Ғашиҡтар көнө булһын! Йәш ғаиләне, матур байрамдары менән тәбрикләп, бәхет, именлек, муллыҡ, һылыу ҡыҙҙар, батыр улдар үҫтереүҙәрен теләйек!
З. МУСИНА.
Фото Йылайыр районының ЗАГС бүлегенән.
Читайте нас: