Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
10 Март 2020, 18:05

Бер мөхәббәт тарихы...

1 мартта республикабыҙ Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләне. Ә башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш? Беҙҙеңсә, бына ошондайыраҡ, йәғни, мәҫәлән, Юлдыбай ауылында йәшәгән Айытҡоловтар ғаиләһе һымаҡ. (Мәҡәләнең дауамын сайтҡа инеп уҡығыҙ)

Ишле ғаиләһе үҙенең илһөйәрлеге, телһөйәрлеге, татыулығы менән дан тота.
Рәйес Риф улы менән Луиза Рәил ҡыҙы Айытҡоловтарҙың татыу ғаиләһендә 4 бала тәрбиәләнә. Иң өлкән улдары Шәһит, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаһа ла, хәрби юлды һайлаған. Ҡыҙҙары Руфина Өфө ҡалаһында юғары уҡыу йортонда белем ала, әле беренсе курста уҡып йөрөгән тырыш ҡыҙ киләсәктә уҡытыусы булырға йыйына.
– Өлкән улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ өйҙән осоп сығып киттеләр тиергә лә була... Ә бына Рифат менән Рушан әле яныбыҙҙа. Рифат 5 класта уҡып йөрөһә, бәләкәсебеҙ Рушанға 4 кенә йәш әле. Эйе, һораулы ҡарашығыҙҙы аңланым: балаларыбыҙҙың йәш айырмаһы шулай ҙур шул, – тип мөләйем йылмая Луиза.
Халыҡ дөрөҫ әйтә: икәү һыйған ергә – өсәү, өсәү һыйған ергә дүртәү ҙә һыя. Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән Рәйес менән Луиза оҙаҡ йылдар матур дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына өйләнешә.
– Мин үҙем ҡалала үҫтем, йәйге каникулдарымды Юлдыбайҙа йәшәгән Фәғилә өләсәйемдә уҙғара инем. Бер шулай килгәнемдә, иптәш ҡыҙҙар менән клубҡа дискотекаға сыҡтыҡ. Шунда осраттым да инде буласаҡ иремде, – тип һөйләй бәхетле ҡатын.
Йәш йөрәктәрҙең дуҫлашып йөрөүе биш йыл дауам итә. Ҡыҙ егетте армияға оҙата, көтөп ала. Ул заманда армия хеҙмәте ике йыл була торғайны. Ошо оҙаҡ ҡына айырылышып тороу һынауын да үткәс, улар артабанғы яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар итә. 1995 йылда яңы ғаилә тыуа. Ул ваҡытта Луиза үҙе йәшәгән Силәбе өлкәһендә һөнәре буйынса эшләп йөрөгән була, әммә кейәүгә сыҡҡас, эшен ташлап, килен булып төшкән Юлдыбай ауылында яңы хеҙмәт юлын башлай.
– Шунда уҡ элемтә үҙәгендә эш тә табылды. 24 йыл бер урында эшләнем. Юлдыбайҙа элемтә үҙәге ябылғас, һигеҙ йылға яҡын район үҙәгенә йөрөп эшләргә лә тура килде, – ти Луиза. – Әле лә эшләр инем дә, тик...
Үткән йәй ул был эшендә ҡыҫҡартыуға эләгә. Ғүмере буйы бер урында хеҙмәт иткән Луиза өсөн элемтә үҙәгенән китеү еңел булмай, әлбиттә. Әммә эшләйем тигән кешегә эше лә шунда уҡ табыла. Ул Юлдыбай ауылындағы Урал аръяғы агроинженерия колледжына бухгалтер булып урынлаша.
– Нишләптер мин хеҙмәтемдән генә түгел, ә хеҙмәттәштәремдән дә уңам. Әле лә гөрләшеп, күңелле эшләп йөрөйбөҙ, – ти Луиза Рәил ҡыҙы.
Айытҡоловтарҙың иркен өйҙәре балаларҙың шат тауыштары менән тулы. Унда Луизаның атаһына ла урын табылған – бына өс йыл инде тирәһе Рәил ҡартаталары улар менән бергә тора. Йорт-ҡураға күҙ-ҡолаҡ ул. Ҡыҙы менән кейәүе берәй ергә китһә, балалар ҙа ҡараулы.
Әйткәндәй, Юлдыбай ауылынан бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан яңы урамдағы был иркен, йәмле йорттарын йәштәр туй аҡсаһына һалып ингән. Уға тиклем өс йыл ҡәйнә йортонда йәшәгәндәр. Юлдыбай ауылы Луиза өсөн килен булып төшкән ер булыуҙан тыш, әсәһенең буй еткергән тыуған ере булараҡ та ҡәҙерле, яҡын.
Иренмәгән – иркен йәшәгән, ти халыҡ. Шулай булмай, биш һыйырҙың ағын ғына эш итеп тә бына тигән итеп йәшәргә була. Әммә, әйтеүе генә анһат. Мал тотһаң бит, уға хеҙмәт итергә кәрәк: ваҡытында ашатырға, эсерергә, аҫтын таҙартып торорға, бер һүҙ менән – бағырға. Айытҡоловтарҙың ҡура тулы малы ҡараулы. Быныһы атай менән малайҙарҙың иңендә булһа, һыйырҙарҙың ағын эшкәртеп, үҙҙәренән артҡанын һатып та ебәреү ­ – хужабикәнең эше. Бында ҡартаталарының ярҙамы ҙур.
– Район үҙәгенә йөрөп эшләгәндә мин алып барған май, ҡорот, эремсек һәм башҡаһын көтөп тора торғайнылар. Иренмәһәң, үҙеңә лә, һатыуға ла етә инде ул! Малдан башҡа, йәй ҡош-ҡортто ла күпләп үрсетәбеҙ. Ғаиләң ишле булғас, өҫтәлең дә тулы булһын ул, – ти, мөләйем йылмайып, Луиза.
Ғаилә башлығы Рәйес Риф улы байтаҡ йылдар ситтә эшләй. Әммә оҙаҡ ваҡыт ғаиләһенән, сабыйҙарынан айырылыу ауыр булғанға, ҡайта. Әлеге ваҡытта Урал аръяғы агроинженерия колледжында водитель булып эшләп йөрөй.
Балалары бергә йыйылһа, Айытҡоловтар өсөн – үҙе бер ҙур ҡунаҡ. Бындай ҡыуаныслы көндәрҙә улар, самауыр ҡайнатып, сәй табыны янында күңелле гәпләшеп ваҡыт уҙғарырға ярата. Күптән түгел генә әсәләренең тыуған көнөнә шулай йыйылғандар, ҙур табын ҡорғандар улар. Атай, әсәй, тип өҙөлөп торған йән киҫәктәрен улары ла бар нәмәнән ҡиммәт күрә.
Ауыл клубындағы дискотекала бөрөләнә башланған мөхәббәт тарихы кино геройҙарының мөхәббәт тарихынан бер ҙә кәм түгел. Ул саҡта 8-се класта ғына уҡып йөрөгән йәш ҡыҙ Луиза бөгөн дә тормош иптәше Рәйескә мөхәббәт тулы күҙҙәр менән баға, уның ышаныслы арҡаһына ышыҡланып, ҡатын-ҡыҙ бәхетенә ҡойона, ҡосағында береһенән-береһе уңған балалары буй еткерә.
Йолаларҙы тотҡан, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләр байтаҡ. Һәм уларҙың береһе, һис шикһеҙ, – Рәйес Риф улы менән Луиза Рәил ҡыҙы Айытҡоловтарҙың ғаиләһе!
Ишле, татыу, бәхетле ғаиләләребеҙ күберәк булһын!
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: