Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Демография
23 Март 2020, 17:05

Уның тормошо сағыу төҫтәрҙән генә тора...

Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылында йәшәгән Капитолина Александровна Сорокина үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне.Капитолина Александровна үҙ йәшенән күпкә йәшерәк күренә, бер нәмәгә лә зарланмай, барына ҡәнәғәт, туғандарына, бигерәк тә килененә, ҡыҙына рәхмәтле булып ултыра.( мәҡәләне аҙағын сайтҡа инеп уҡығыҙ)

– Хәҙерге тормош бигерәк һәйбәт. Беҙҙең бала саҡ түҙеп торғоһоҙ ауыр булды, ярай әле балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә матур, тыныс тормош эләкте, шуныһы ҡыуандыра, – ти юбиляр.
Эшем шулай булғас, һикһәнде, туҡһанды уҙған инәй-олатайҙар менән күп тапҡырҙар аралашырға, уларҙың хәтирәләрен йыш тыңларға тура килә. Бындай осрашыуҙарҙың береһе өсөн дә үкенмәйем. Оҙон да, һикәлтәле лә тормош юлы үткән оло кешеләрҙең һөйләгәндәре күп нәмә хаҡында уйланырға, күп нәмәләргә, ғөмүмән, тормошҡа ҡарашыңды үҙгәртергә мәжбүр итә. Беҙ китаптар аша ғына белгән ваҡиғаларҙың тере шаһиттары булғанғамы, уларҙың хәтирәләрен тыңлағандан һуң үҙеңде эстәлекле, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай тарихи китап уҡып сыҡҡандай хис итәһең...
Минең яңы танышым – Капитолина Александровна Йылайыр ауылында йәшәй, бая әйткәнебеҙсә, ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне.
Капитолина Александровна Сорокина 1930 йылдың 16 февралендә ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Ул – Йылайыр ҡыҙы. Анна Сергеевна менән Александр Федорович Юриндарҙың 8 балаһы булған, икәүһе бәләкәй йәштә үлгән. Капитолина – кинйә бала.
Капитолинаның бала сағы тура килгән ауыр йылдар бер кемде лә аямай: ҡарты ла, йәше лә үҙ икмәген үҙе тир түгеп табырға тейеш була. Һуғыш башланғанда яңы ун берҙе үткән Капитолина икенсе йылына өлкәндәр менән бер рәттән ауыр ҡара эшкә егелә. Баҡсала эшләгән әсәһе уны апаһы менән бергә эшкә алып йөрөй башлай. Яҙғы сәсеүҙән алып көҙ уңышты йыйып алғансы улар баҡсанан ҡайтып инмәй: йәшелсә үҫентеләрен ултыртыу, уларҙы йәй буйы бағыу, һыу ҡойоп тороу, ҡый үләндәрен утау – тулыһынса балалар иңендә була. Ә бит ул ваҡытта колхоз йәшелсәне гектар-гектар ерҙә үҫтергән, ә бөтә эш ҡул менән башҡарылған. Аслы-туҡлы балаларҙың йәйге эҫелә лә, көҙгө ямғыр-һыуыҡта ла өлкәндәр менән бер рәттән эшләп йөрөүен күҙ алдына килтереү бөтөнләй бүтән заманда үҫкән беҙҙең өсөн ауыр, әлбиттә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағансы йыл да шул уҡ бер эшкә йөрөй Капитолина.
– Етенсене тамамлағас, педучилищеға уҡырға барҙым. Унда стипендия түләйҙәр ине, заманы өсөн ҙур ғына аҡса ине. Шуға алдандыҡ... Ай буйы аҡса көтөп, астан үлә яҙаһың. Түҙмәнем. Аслыҡтан интегеп, уҡыуымды ташлап, ҡабаттан баҡсаға эшкә барҙым. Ә унда көн һайын норма менән икмәк бирәләр. Эш ауыр булһа ла, тамаҡ туҡ була торғайны, – тип һөйләй Капитолина Александровна.
Шулай баҡсала эшләп йөрөгәнендә йәш ҡыҙҙы район архивына эшкә саҡыралар. Бер һүҙһеҙ риза була. Урынлаша, эше буйынса курста уҡып ҡайта һәм 13 йылдан ашыу намыҫ менән эшләй унда, архив мөдире вазифаһына тиклем күтәрелә. Аҙаҡ “Көньяҡ Урал” совхозына ҡараған маслопромға лаборант булып урынлаша. Бында 20 йыл эшләй һәм күп йылдар бер урында фиҙакәр хеҙмәт иткәне өсөн миҙал менән бүләкләнә. Капитолина Александровна уны бөгөн дә иҫтәлекле әйберҙәре араһында ҡәҙерләп һаҡлай.
Әйткәндәй, шундай уҡ һаҡсыллыҡ менән ул бала сағында, йәшлек йылдарында төшкән фотоларҙы ла һаҡлаған. Ҙур тулҡынланыу менән фотоальбомдарын ала, ә уларға, әйтерһең дә, уның бөтә ғүмере һыйған... Яйлап ултырып, барыһын да күрһәтә, һөйләй, йылдарын атай. Бына 80 йыл тирәһе ваҡыт эсендә һарғая төшкән фотокарточканан беҙгә бәләкәй генә ҡыҙ – Капа ҡарап тора. Йөҙө яҡты, күҙҙәре бәхетле йылмая. Шулай булмай, ул унда атаһы, әсәһе, ағалары араһында баҫып тора бит. Ә бына был фотола етдиләнә төшкән үҫмер ҡыҙ тора. Сираттағы карточканан кәләш булырлыҡ йәш ҡыҙ ҡарай. Ҡараштары ла өлкәндәрсә, маҡсатлы... Аңлатыусы булмаһа, минең өсөн был фотолар бер нәмә лә һөйләмәй, ҡәҙимге ғаилә альбомы. Ә Капитолина Александровна өсөн һәм фото ниндәйҙер ваҡиға менән бәйләнгән, һәр береһе – оҙон ғүмеренең бер сәхифәһе...
Буласаҡ ирен Капитолина эштә осрата. Яңы ғына хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан йәш егет Василий райсоветҡа шофер булып эшкә төшкән була. Ҡыҙға егет оҡшай, егет тә уны оҡшата. 1952 йылдың авгусында сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
– Минең Васям кавалерист булып хеҙмәт иткән. 1951 йылда ҡайтты армиянан. Матур, һомғол егеткә ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Һүҙебеҙ бер булып йәшәнек. Хәҙер, үткәндәрҙе иҫләп ултырам да, уның бер ниндәй ҙә насар яғын хәтерләмәйем. Өйләнешкәс, өс йыл балабыҙ булманы, дүртенсе йылына ҡыҙыбыҙ Татьяна тыуҙы...
Капитолина Александровна иренең фотоһына оҙаҡ текләп ултыра, һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулдары менән ҡағыҙ битен һыйпап-һыйпап ала.
– Васям алтын булды. Тик тормоштан иртәрәк китте, 2003 йылда уны ер ҡуйынына һалдым...
Бер бөртөк ҡыҙҙары Татьяна бөгөн Хабаровскиҙа йәшәй. Ике ейән бүләк иткән ул ата-әсәһенә, хәҙер улары өләсәләрен бүлә-бүләсәрҙәр менән һөйөндөрә.
Капитолина Александровна бер үҙе йәшәй, уға килене Әлфирә, күршеләре, туғандары ярҙам итеп тора. Юбилярҙың өйө бөхтәлеге, таҙалығы, яҡтылығы менән үҙенә тартып тора. Унда әйтеп аңлатҡыһыҙ һиллек хөкөм һөрә. 90 йәшлек Капа инәйҙең (яҡындары уны шулай атап йөрөтә) тормошо ла тыныс һәм талғын бара. Юбиляр үҙе әйтмешләй, иң мөһиме, һаулыҡ булһын!
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Автор һәм ғаилә архивынан алынған фотолар.
Читайте нас: