Ауыл уттары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
18 Июнь 2020, 23:00

Радий Хәбиров балалар баҡсаларының ҡасан асыласағын әйтте

Радий Хәбиров Башҡортостанда балалар баҡсаларын асыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.

«Беҙ әлегә дежур төркөмдәрҙе генә астыҡ, асылда 280 баланың 14-15-генә йөрөй. Был мәсьәлә лә инфекцияның нисек таралыуына бәйле, — тине республика башлығы. — Күҙәтеүемсә, ҡайһы бер биләмәләрҙә баҡсаларҙы асҡас, сир таралыу осраҡтары теркәлде, һәм уларҙы яба башланылар. Мин улай эшләргә теләмәйем. Инфекцияның ныҡ таралмауына һәм беҙ балалар баҡсаларында ауырыуға юл ҡуймау өсөн шарттар тыуҙыра алырыбыҙға тамам ышанһам, шундай ҡарар ҡабул итербеҙ».
Радий Хәбиров бының 1 июлдән дә иртәрәк булмауын билдәләне.
Читайте нас: