Демография
1 Декабря 2020, 06:10

Бөгөн – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Был көн, СПИД эпидемияһының киң ҡолас менән таралыуын туҡтатырға кәрәк тигән иҫкәртеү булараҡ, 1998 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырыла. Был сирҙең тәүге осрағы хаҡында 1981 йылда Америка ғалимдары хәбәр итә. Хәҙер СПИД менән донъяла бөтәһе 60 миллионлап кеше сирләй.

ВИЧ вирусы уны йоҡторған кешенең тәнендәге шыйыҡсаларҙа – ҡанында, енес бүлендектәрендә, әсә һөтөндә була. Сирле кешенән башлыса һаҡланмаған енси бәйләнеш аша йоға, наркотик ҡаҙаусылар араһында ла ныҡ таралған, тикшерелмәгән ҡан продукттары аша ла йоғоуы бар. ВИЧ вирусы йөрөтөүсе әсәнән балаһына ла (бала тыуҙырғанда, имеҙгәндә) күсә ала.
Барлыҡҡа килгән иммунодефицит синдромы – организмдың инфекцияларҙан һаҡлау системаһын сафтан сығарыусы ауырыу. Һау кеше еңел генә үткәреп ебәрә торған ябай ғына инфекция ла СПИД менән ауырыусыларҙы ҡатмарлы эҙемтәләргә килтерергә мөмкин.
ВИЧ һәм СПИД-тан дауа әлегә юҡ, әммә иммун системаһының сафтан сығарыуын әкренәйтеүсе, шуның менән ВИЧ-инфекциялы кешеләр ғүмерен оҙайтырлыҡ дарыуҙар күп.
Юғарыла әйтелгәнсә, был сир башлыса енси бәйләнешкә үтә еңел ҡараған, тәртипһеҙ рәүештә наркотик ҡаҙаған кешеләр араһында таралыусан. Шуға ла тотанаҡлы, әхлаҡлы тормош алып барыу – был сир һине урап үтһен өсөн тәүге һәм иң мөһим шарт икәнен оноторға ярамай.
Читайте нас