Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
2 Май 2021, 08:55

Яңы ҡорамалдар мөмкинлектәрҙе арттыра

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Күмертау ҡалаһы дауаханаһына яңы видеоэндоскопик комплекс алынды. 9,5 миллион һум торған ҡорамал Японияла эшләнгән икән.

Ул тын алыу ағзалары патологияһы менән яфаланған ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә диагностик мөмкинлектәрҙе арттырасаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу, 2024 йылға тиклем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү, медицина учреждениеларын алдынғы технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙур бурыстарҙың береһе булып тора.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Яңылыҡ сығанағы: "Мораҙым" гәзите.
Читайте нас: