Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
4 Май 2021, 09:05

Йәш ғаиләләр өйлө булды!

"Демография" милли проекты бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаһы буйынса күптән түгел Баймаҡ районда йәшәгән 23 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

Бәхетлеләргә сертификатты район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙе тапшырҙы.
"Һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә ҡыуанабыҙ. Өйҙәрегеҙҙә балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, бәхетле ғүмер итегеҙ", -тине ул үҙенең ҡотлау телмәрендә.
Билдәле булыуынса, "Демография" милли проектының төп маҡсаты ғаиләләрҙең тормош шарттарын яҡшыртып, тыуымды арттырыуға ҡайтып ҡала.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.
Читайте нас: