Хатта тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағандан ғына ла улар үҙәк нервы системаһының бик көслө зарарланыуына, психозға, ауыр депрессияға, тауыш һәм күреү галлюцинацияһына килтерәләр. Ҡулланған кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренең йәки башҡаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙыуы ла бик ихтимал.
Һеҙгә наркотик тәҡдим итеүселәр уларҙың законһыҙ әйләнеше өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралғанлығы хаҡында иҫкәртеп тормаясаҡтар. Шуға күрә быны беҙ эшләйбеҙ.
РФ КоАП-ынан һәм Енәйәт Кодексынан өҙөктәр:
РФ КоАП-ының 6.8 статьяһы
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу ҡаралған.
РФ КоАП-ының 6.9 статьяһы
Наркотик средстволарҙы йәки психотроп матдәләрҙе табип тәғәйенләүенән тыш ҡулланыу өсөн 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем административ штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу күҙаллана.
РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се бүлеге
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе һәм уларҙың аналогтарын һатыу ниәтенән тыш ҙур күләмдә законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау, алып барыу, әҙерләү, эшкәртеү өсөн 500 мең һумға тиклем штраф менән бергә 3 йылдан 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза ҡаралған.
РФ Енәйәт Кодексының 228.1 статьяһы
Наркотик средстволарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын законһыҙ рәүештә һатҡан өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған.
Наркотиктар таратыу һәм ҡулланыу осраҡтары тураһында БР Прокуратураһы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының түбәндәге ышаныс телефондары буйынса конфиденциаль рәүештә хәбәр итергә мөмкин: 8 (347) 272-71-42, 8 (347) 279-32-92.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе.
Сығанаҡ:https://tanburz.ru/articles/-auly-ur-bayly/2018-02-21/bylar-y-belerg-k-r-k-narkotiktar-a-yu-210023