Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Демография
26 Апрель 2023, 10:35

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға әсәлек капиталын нисек файҙаланырға

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонды белгестәре аңлата

Әсәлек капиталы аҡсаһына:

  әҙер фатир йәки йорт һатып алырға
  йорт төҙөргә һәм реконструкцияларға, ә был эштәр эшләнгән булһа, сығымдарҙы ҡаплатырға
  өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе буйынса түләргә
  торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит йәки заем алыу өсөн тәүге иғәнә түләргә
  торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн алынған кредит йәки заемды ҡапларға
  кооператив фондына инеү йәки пай иғәнәһе түләргә мөмкин

Аҡсаны:
  балаға 3 йәш тулғас
  ата-әсә ипотекаһын түләп бөтөргә йәки ипотекаға тәүге иғәнә индерергә уйлаһа, бала тыуғас та тотонорға була.

Ҡайҙа ғариза бирергә мөмкин:

  Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәттәрендә https://vk.cc/cleqKt йәки шәхси кабинет аша https://vk.cc/5g4p5i
  Күп функциялы үҙәк офистарында https://vk.cc/ckQ0w0
  кредит ойошмаһы йәки торлаҡ өлкәһендәге берҙәм үҫеш институты аша
  Дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн

Бының өсөн түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:

  сертификат хужаһының паспорты
  әгәр ғариза вәкил аша бирелә икән - уның паспорты һәм ышаныс ҡағыҙы

Ғаризаны ҡарау ваҡыты - 10 көнгә тиклем.

Аҡса ғаризаны хуплаған көндән алып 5 көн эсендә түләнә.

Ентеклерәк мәғлүмәт - Рәсәй Социаль фонды сайтында https://vk.cc/clHUgh

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: