Ауыл уттары
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Демография
16 Май 2023, 09:50

Башҡортостандың балалар дауаханалары заманса дефибрилляторҙар алды

Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә биш заманса «Аксион» дефибрилляторын алды.

ларҙың дүртәүһе — Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһының педиатрия бүлексәләренә, берәүһе Стәрлетамаҡтың балалар дауаханаһына оҙатылды.
«Хәҙер педиатрҙар һәм белгестәр менән яңы аппараттар менән эшләү өсөн уҡыуҙар үткәрелә. Графикка ярашлы, бөтә табиптар ҙа ошо дефибрилляторҙар менән эшләргә өйрәнергә тейеш», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Аксион» дефибрилляторы үҙ-үҙен автоматик рәүештә тикшереү, дисплейҙағы хәбәрҙәрҙе ҡабатлау һәм башҡа мөмкинлектәргә эйә.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнде.
 
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: