Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Демография
29 Сентябрь 2023, 10:45

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыу

Район хакимиәтенең тантаналар  залында ялға ҡайтҡан яугирҙәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләре менән осрашыу уҙғарылды.

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыу
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыу

Унда район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район үҙәгенең ойошма, учреждение етәкселәре ҡатнашты. Райондың бөтә ауыл биләмәләренән йыйылған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ғаиләләре алдында сәләмләү һүҙе менән Борис Николаевич сығыш яһаны.

- Беҙгә йышыраҡ осрашып, аралашып торорға кәрәк. Шул саҡта ғына уртаҡ проблемаларҙы хәл итеп булыр. Беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең барыһына ла ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ, – тине сәләмләү һүҙендә башлыҡ.

Аҙаҡ залда ултырғандар алдында райондың “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының социаль координаторы Арсен Сәғәҙей улы Аптиков сығыш яһап, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам тураһында һөйләне, хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы танытмаһыҙ юллау тәртибе менән таныштырҙы һәм башҡа күп һорауҙарға яуап бирҙе.

Ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү барышында хәл итәһе күп кенә мәсьәләләр ҡаралды. Башлыса, яугирҙәрҙең туғандарын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү, льготалар, утын һәм төҙөлөш өсөн урман алыу мәсьәләләре борсой ине. Был һорауҙарға Йылайыр урмансылығы начальнигы Ислам Игебаев, “Эко-Сити” төбәк операторының Йылайыр районындағы белгесе Наил Моталлапов яуап бирҙе.

Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыу
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашыу
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: