Бындай килешеүҙәрҙе төҙөү Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләрендә ҡаралған. Килешеүҙәрҙе төҙөү формаһы һәм тәртибе хәҙерге ваҡытта республика территорияһын хеҙмәтләндереүсе төбәк операторҙарының рәсми сайттарында бирелгән. Беҙҙең зонаны «ЭКО-Сити» төбәк операторы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (тел.: 8-800-700-49-00, http://ecocityrb.ru) хеҙмәтләндерә. Был зонаға Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары инә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙең республика, бөтә ил кеүек, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте. Хәҙер сүп-сарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙландырыу һәм күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнәсәк, ә кешеләр билдәләнгән тарифҡа ярашлы был хәҙмәттәргә түләйәсәк.
Был эш бөтәһенән элек ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса, экологик яҡтан хәүефһеҙ системаһын булдырыуға, санкцияланмаған күп һанлы ҡый түгеү урындарын бөтөрөүгә, рөхсәтһеҙ яңы ҡый түгеү урындарын булдырмауға, шулай уҡ сүп-сарҙы сортировкалау һәм эшкәртеү буйынса үҫешкән инфраструктура булдырыуға йүнәлтелгән.