Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Февраль 2019, 18:51

Тағы ла сүп-сарҙы яңыса йыйыу тураһында....

Тәү ҡарашҡа, бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Сүп-сарҙы йыйыу өсөн хәҙер барыһы ла түләргә тейеш, элек тә шулай ине. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәрендә был хаҡ “торлаҡты тәртиптә тотоу” тигән юлдар эсенә “йәшеренгән”, идарасы компаниялар сүп-сарҙы сығарыусы ойошмалар менән килешеү буйынса түләй, эшҡыуарҙар ҙа айырым килешеүҙәр төҙөнө...

Тәү ҡарашҡа, бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Сүп-сарҙы йыйыу өсөн хәҙер барыһы ла түләргә тейеш, элек тә шулай ине. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәрендә был хаҡ “торлаҡты тәртиптә тотоу” тигән юлдар эсенә “йәшеренгән”, идарасы компаниялар сүп-сарҙы сығарыусы ойошмалар менән килешеү буйынса түләй, эшҡыуарҙар ҙа айырым килешеүҙәр төҙөнө...
Ҡайһы берәүҙәр, беренсе сиратта – ауыл халҡы, был хеҙмәт өсөн бер ҡасан да аҡса түләмәне, ә йыйылған ҡыйынан үҙаллы ҡотолдо – бер өлөшөн сүплеккә сығарһа, йә яндырһа, ҡайһы берәүҙәр уны яҡындағы йырындарға һәм урман эсенә алып барып түгергә лә тартынманы.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ-тарын йыйыу һәм сығарыу проблемаһы үҙ йортон һәм производство биналарын йыйыштырыусы һәр кешегә яҡшы таныш. Йәшәгән еребеҙ сүп өйөмөн хәтерләтмәһен өсөн йыйылған ҡый-һайҙан ваҡытында ҡотолоп торорға кәрәклеге лә һәр кемебеҙгә мәғлүм.
Тимәк, бөгөн ҡалдыҡһыҙ хужалыҡ итеү ул – ысынбар-лыҡҡа тап килмәгән төшөнсә, икенсе һүҙ менән әйткәндә, миф икәнен аңларға ваҡыт. Көн дә һатып алған һәм ҡулланған аҙыҡ-түлектең, хужалыҡ тауарҙарының ҡаптары һәм бүтән төрлө ғәҙәти көнкүреш ҡалдыҡтары үҙенән-үҙе эҙһеҙ юғала алмай. Тимәк, улар йә яндырыла, йә күмеп ҡуйыла, йә ҡушылмаған урынға түгелеп, тирә-яҡ мөхитебеҙгә әллә күпме зыян килтерә.
Тармаҡты күләмле реформалау ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеүҙең бар алгоритмын үҙгәртеүгә йүнәлтелгән. Яңы механизм уны дөрөҫ урынлаштырырға, зарарһыҙландырырға һәм эшкәртергә мөмкинлек бирәсәк. Алдағы йылдарҙа урман, йылға буйҙарындағы, йырындарҙағы рөхсәтһеҙ сүплектәрҙән ҡотолорға, тигән бурыс ҡуйыла, сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороп, уны эшкәртеү өлөшөн арттырыу күҙаллана.
Төп яңы төшөнсәләрҙең береһе – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе төбәк операторы. Был ҡалдыҡтарҙың бар циклы өсөн – контейнерҙан алып полигонға оҙатылыуына тиклем яуап биргән ойошма ул.
Шуныһы мөһим, төрлө ваҡ көнкүреш ҡалдыҡтарынан тыш (аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары, ҡаптар, полиэтилен пакеттар һ.б.), төбәк операторы хеҙмәттәренә ватылған иҫке мебелде, көнкүреш техникаһын, электр приборҙарын сығарыу ҙа инә. Ә бына тиреҫ коммуналь ҡалдыҡтар исемлегенә инмәй.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм сығарыу менән шөғөлләнгән төбәк операторы менән килешеү төҙөү һәр граждан өсөн мотлаҡ һанала. Төбәк операторының хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр граждандар һәм ойошмалар сүп-сарҙы сығара башлаған ваҡыттан алып ҡаралған.
Белеүебеҙсә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыуға түләүҙе билдәләгән ваҡытта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, был хеҙмәткә республика буйынса уртаса хаҡтар 70 һумдан, ә ауыл халҡы өсөн 35 һумдан артмаҫҡа тейеш, тигәйне. Беҙҙең районда был күрһәткестәр ошо кимәлдә ҡалды ла, район үҙәгендә – 70 һум, ауылдарҙа – 35 һум.
Гәзит уҡыусыларыбыҙ йыш ҡына
беҙгә Йылайыр ауылы территоияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу графигын баҫтырыуыбыҙҙы һорап шылтырата. Был һорауға яуап биреү өсөн беҙ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтановҡа мөрәжәғәт иттек. Шулай итеп, Йыла-
йыр ауылы территорияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу түбәндәге график буйынса башҡарыла:
Дүшәмбе: Яр буйы, Ленникова, Беренсе Май, Киров урамдары, күп фатирлы йорттар.
Шишәмбе: Скоробогатов, Тыныслыҡ, Кувшинов, Совет урамдары, күп фатирлы йорттар.
Шаршамбы: Комсомол, Ленин, Ҡыҙыл партизандар урамдары, күп фатирлы йорттар.
Кесе йома: Голубцов, Серков, Калинин, Йылға аръяғы урамдары, күп фатирлы йорттар.
Йома: Октябрь, Пушкин, Муравейский, Столичный, Шестаков урамдары, күп фатирлы йорттар.
Шәмбе: Твердышев, Ш. Бабич, Преображенск, С.Юлаев, Щипакин, Кириллов, Урман, Йылайырға 250 йыл, Йәштәр, Г.Филлипова, Н.Ириков, А.Башкатов, Хачин урамдары, яңы төҙөлөштәр микрорайонында: Октябрьск, Пушкин урамдары.
Сүп-сар йыйыу машинаһы маршрутҡа үрҙә килтерелгән графикка ярашлы 19.00 сәғәттә сыға. Әгәр ҙә махсус машинаға сүп-сарҙы үҙегеҙ алып сыға алмаһағыҙ, уны йәшәгән йортоғоҙ янында, водитель күрерлек ерҙә ҡалдыра алаһығыҙ. Был осраҡта, берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр туҙратыуынан һаҡлау өсөн, сүп-сарҙы ҡаты моҡсайҙарға һалып, ауыҙын бәйләргә кәңәш ителә.
Белешеү өсөн водителдең телефон номеры: Евгений – 8-927-957-96-41.
Б. СОЛТАНОВ.
Читайте нас: