Үткән шәмбе райондың барлыҡ халҡы “Республиканы бергәләп таҙараҡ итәйек!” акцияһына ҡушылып, экологик өмәгә сыҡты.
Өмәлә бөтәһе 1000-дән ашыу кеше ҡатнашты, 19 техника берәмеге эшләне, 45 тоннаға яҡын сүп-сар сығарып түгелде.
Территорияларҙы таҙалау район һәм биләмәләр хакимиәттәренең әүҙем ярҙамында үтте: улар өмәләр үткәреү территорияларын билдәләне, өмәселәрҙе эш ҡоралдары, бирсәткәләр, сүп-сар тоҡсайҙары менән тәьмин итте. Был көндө бөтә ауыл биләмәләрендә лә ялан кухнялары эшләне, улар өмәлә ҡатнашыусыларҙы тәмле бутҡа һәм сәй менән һыйланы.
Йылайырҙа административ биналарҙың территориялары, урамдар аҙмы-күпме тәртипкә килтерелгәндән һуң (сөнки күп урындарҙа һаман да ҡалын-ҡалын ҡар көрттәре ята) бөтәһе лә күмәкләшеп Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ҡуйылған мемориаль комплекс территорияһын йыйыштырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: өмәләр 6 апрелдән 11 майға тиклем дауам итәсәк. Әйҙәгеҙ, районыбыҙҙы бергәләп таҙараҡ һәм йәмлерәк итәйек!