Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Апрель 2019, 13:54

Өмәләр ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда төҙөкләндереү айлығы бара.Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төп эштәрҙе май байрамдарына тиклем тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда төҙөкләндереү айлығы бара.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төп эштәрҙе май байрамдарына тиклем тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда төҙөкләндереү айлығы бара.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төп эштәрҙе май байрамдарына тиклем тамамларға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.
–Беҙ республиканы ҡыш буйы йыйылған бысраҡтан таҙартырға тейешбеҙ. Төп эштәрҙе 1 майға тиклем тамамлауҙы һорайым, әгәр ҙә насар һауа шарттары ҡамасаулаһа – 7 майға тиклем, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ике мәсьәләне хәл итәбеҙ. Беренсеһе, беҙҙең ҡалалар һәм ауылдар таҙа булырға тейеш.Шуға ла комплекслы эштәр башҡарыла. Икенсенән, субботник тип аталған матур йоланы тергеҙәбеҙ. Өмәгә сыҡҡан кешеләргә эшләү шарттар уңайлы булырға тейеш. Шуға ла был сараларҙы ентекле һәм байрамса ойоштороу шарт.
27 апрелдә Йылайыр ауылында үткәрелгән өмәлә лә күп халыҡ урамдарға сыҡты. Мәҫәлән, үҙәк урам гөрләп торҙо. Ауылдың үҙәк майҙанында яңғыраған йыр-моң сараға байрамса төҫ кенә өҫтәне. Был территорияла район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең дәррәү өмәгә сығып, тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙалауынан да гөрләп торҙо.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: