Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Апрель 2019, 13:49

Йылайыр журналистары ла өмәгә ҡушылды

Әлегә әллә ни йылытмаһа ла, сағыу нурҙарын йәлләмәй һипкән ҡояшҡа, Йылайыр ауылының төп майҙанынан яңғыраған күңелле көйҙәргә дәртләнеп, барса халыҡ йәнә шәмбе өмәһенә сыҡты. Һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнап өйрәнгән район гәзите хеҙмәткәрҙәре лә, әлбиттә, был саранан ситтә ҡалманы – беҙ ҙә урам ойошмабыҙға беркелегән Ленин урамы буйын йыйыштырырға сыҡтыҡ. Егәрле йылайырҙар рәсми өмә иғлан ителеүен көтмәй, ихата тирәләрен күптән таҙартып ҡуйған да инде. Шуның өсөн беҙгә тулы-тулы тоҡтар менән сүп-сар сығарырға тура килмәне. Шулай ҙа, күмәк эштән ҙур ҡәнәғәтлек алдыҡ, ни тиһәң дә, йыйыштырыулы, таҙа ерҙә йәшәүе лә күңеллерәк!

Читайте нас: