Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Апрель 2019, 16:28

"Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!"

Ошо девиз аҫтында "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтте.

Ошо девиз аҫтында "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтте.
Беҙҙең район да был мөһим акцияға дәррәү ҡушылды. Уның сиктәрендә, белем биреү усаҡтары территорияларында, парктарҙа яңы аллеялар барлыҡҡа килде. Шуныһы һөйөнөслө, "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһына уҡыусы балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә теләп ҡушылды.
Кананикольск урмансылығы территорияһында ла ағас үҫентеләре ултыртыу буйынса өмә ойошторолдо.
Сарала 72 кеше, атап әйткәндә, Кананикольск урмансылығы, Кананикольск урман хужалығы, Кананикольск һәм Иван-Ҡыуалат ауылдары урта мәктәптәре уҡыусылары һәм педагогтары ҡатнашты. Иван-Ҡыуалат урмансылыҡ участкаһындағы 6 гектар ерҙә бөтәһе 24 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылһа, Кананикольск урта мәктәбе территорияһында 486 ағас ултыртылды.
Акцияла ҡатнашыусылар өсөн төшкө аш ойошторолдо.
Акция ойошҡанлы һәм яҡшы эш кәйефендә үтте. Был сарала әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла тыуған тәбиғәтебеҙгә битараф булмағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Беҙҙең артабанғы бурыс – ултыртҡан бөтә үҫентеләрҙе тәрбиәләп торорға. Киләсәктә уларҙың шаулап ултырған урман булып үҫеп етеүен күрергә яҙһын.
С.Гаврилов,
Кананикольск урмансылығы етәксеһе.
Читайте нас: