Акция барышында республика райондарында ағас ултыртыу, урманды сүп-сарҙан таҙартыу, парктар, мәктәп яны участкаларын тәртипкә килтереү, тубырсыҡ һәм сәтләүектәр йыйыу кеүек саралар уҙғарыла. Экологик өмәләрҙә уҡыусылар ғына түгел, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ирекмәндәр, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыусылар ҡатнашыуы көтөлә.
Акция сиктәрендә район үҙәгенең Ленин урамындағы 115-се йорт янында район хакимиәте, үҙәк дауахана, урман хужалығы һәм янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре ағас үҫентеләре ултыртып, йорт яны участкаһын төҙөкләндерҙе. Урындағы халыҡтан был әһәмиәтле акцияға Олег Малов ҡушылды. Һеҙ һүрәттә күргән был малай ошо өйҙә йәшәй һәм үҙ теләге менән сараға ҡушылып, ғүмерендә беренсе мәртәбә ағас ултыртҡан.
“Йәшә, урман!” акцияһы башланып ҡына тора. Шуға ла ул күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтер, тигән өмөттәбеҙ.