Йәй ҡышҡа ҡарап килә, тигән ырым бар халыҡта. Шуға ла күптәр йәй нисек килер тип борсола. Халыҡ-ара тикшереү үҙәге хәбәр итеүенсә, быйыл Рәсәйҙә һауа торошоноң йылыныуы ике тапҡыр тиҙерәк киләсәк. Ошонан сығып, быйыл йәй шаҡтай эҫе буласаҡ, тип фаразлай белгестәр.Иң тәүҙә Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә йылытасаҡ. Сәбәбе шунда: быйылғы ҡышта Тверь, Брянск, Смоленск өлкәләрендә яуым-төшөм бик аҙ булған икән. Шуға бәйле унда ер ҡатламында дым да аҙ көтөлә. Был төбәктәрҙә мартта уҡ апрелдәге кеүек йылы көндәр торасаҡ.