Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Сентябрь 2020, 11:33

“АН-2” самолеты Йылайыр ерендә

Янғын осраҡтарын асыҡлау маҡсаты менән

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урмандарҙа янғын осраҡтарын асыҡлау маҡсатында ойошторған 17-се осошо беҙҙең районда булды.

“АН-2” самолеты республика урмандарын байҡап, Йылайырға төштө. Уны район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Йылайыр урмансылығы етәксеһе Ислам Игебаев ҡаршыланы.

Борис Николаевич Йылайыр халҡы өсөн урмандың төп йәшәү сығанағы булып торғанын билдәләне. Шуға ла янғындарҙы һүндереүҙә барыһы ла әүҙем ҡатнаша.

“Бер-беребеҙгә ярҙам итмәһәк, был эште йылдам атҡарып булмаҫ ине, - тине етәксе. - Белеүегеҙсә, быйыл урманға ебәк күбәләге төштө. Икенсе йыл да уның киң таралыу ҡурҡынысы бар. Шуға был турала ла фекерләшеп, ваҡытында эшкәртеп, проблеманы министрлыҡ менән бергәләп хәл итергә уйлайбыҙ”, – тине Борис Николаевич.

Ислам Нуретдин улы белдереүенсә, быйыл Йылайыр районында биш янғын осрағы булған, унда 6,6 гектар майҙан “йәшел ҡалҡан” зыян күргән.

Автор фотоһы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: