Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Май 2021, 13:48

Сикләүҙәр

Бының сәбәбе тәбиғәт шарттары һәм янғын хәленең яҡшырмауы

Башҡортостан биләмәһендә тәбиғәт шарттары һәм янғын хәленең яҡшырмауы, яҡын көндәрҙә урман фонды ерҙәрендә зыянлы организмдар сығанаҡтарын бөтөрөү буйынса саралар үткәреү, IV - V класлы янғын хәүефенең күҙалланыуы сәбәпле, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы фарманына ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында граждандарҙың һәм транспорт сараларының урманда булыуы сикләнә.
Ошоноң менән бәйле, республиканың Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар һәм урындағы үҙидара тарафынан сикләү индерелгән биләмәләр сиктәренә иҫкәртеү саралары ҡуйыласаҡ, көн һайын патруль ойоштороласаҡ.
Башҡоростандың Урман хужалығы министрлығы республика халҡына ошо сикләү ваҡытында урманға бармауҙы һорай. Был янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнә. Граждандар тарафынан айырыуса янғынға ҡаршы режим шарттарында ошо күрһәтелгән янғын хәүфеһеҙлеге ҡағиҙәләре боҙолһа, кешеләргә – 4 меңдән алып 5 мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Читайте нас: