Ауыл уттары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Март 2023, 14:35

Республикала һауа торошо үҙгәрәсәк

Нимә көтөргә һуң?

Республикала һауа торошо үҙгәрәсәк
Республикала һауа торошо үҙгәрәсәк

Башҡортостанда ҡапыл йылытасаҡ. Был хаҡта Башгидромет хәбәр итә. Мәҫәлән, 9-11 мартта көньяҡ-көнбайыш ағымдар республика территорияһына йылы һауа массаһын сығарасаҡ. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ -1, +4 градусҡаса күтәреләсәк. Уртаса һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта бер аҙ һәм уртаса ямғырҙар һәм епшек ҡар яуасаҡ. Урыны менән боҙлауыҡ буласаҡ. Көндөҙ әүҙем ҡар иреүе көтөлә.

Сығанаҡ: https://ufacitynews.ru/news/2023/03/07/v-bashkirii-ozhidayutsya-anomalnoe-teplo-i-aktivnoe-snegotayanie/?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: