Ауыл уттары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Март 2023, 09:10

Өфө "Зәңгәр таҫма"ға ҡушыла

22 мартта Өфөлә “Зәңгәр таҫма” Бөтә Рәсәй акцияһы барышында традицион флешмоб уҙғарыла. Ул һыу ресурстарына һаҡсыл ҡараш мәсьәләләренә иғтибар итеүгә йүнәлтелгән.

Өфө "Зәңгәр таҫма"ға ҡушыла
Өфө "Зәңгәр таҫма"ға ҡушыла

Сара Халыҡ-ара һыу көнөндә “Еңеү” паркы биләмәһендә “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә уҙа.

Акцияла әүҙем кешеләр, балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр, уҡыусылар, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың ғилми йәштәре ҡатнаша ала.

“Зәңгәр таҫма” акцияһы сиктәрендә ҡала урамдарында бейеү флэшмобы үткәреләсәк, һуңынан һыу ресурстарына һаҡсыл ҡараштың мөһимлеге тураһында мәғлүмәт төшөрөлгән зәңгәр таҫмалар һәм листовкалар таратыласаҡ.

Шуны билдәләп үтәйек: “Зәңгәр таҫма” флешмобы проектын тәүге тапҡыр Омск өлкәһендә уҡыусылар уйлап тапҡан һәм уҙғарған. 2013 йылда Дарья Шамрай Рәсәй асыҡ йәштәр һыу конкурсы финалында уның менән үҙ төбәге исеменән сығыш яһаны. Проектты тормошҡа ашырыу һәм уны Бөтә Рәсәй кимәлендә таратыу өсөн ярҙам күрһәтелде. 2014 йылдан “Зәңгәр таҫма” флешмобын партнерҙар булышлығында “Экологик проекттар консалтингы институты” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғара.

Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Источник:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-03-19/f-z-g-r-ta-ma-a-ushyla-3182827

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: