Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Май 2023, 16:25

Бармаҡ ҙурлыҡ бер батарейканың хәүефе

Ҡулланыуҙан сыҡҡан батарейкаларҙы ҡайҙа итергә?

Бының өсөн Йылайыр районының һәр ауыл биләмәһендә экобокстар урынлаштырылған.

“Хөрмәтле ауыл биләмәһе халҡы! Тотонолған батарейкалар,лампочкалар, градусниктар йыя торған экобокс Сидоровка ауылында ауыл биләмәһе эргәһендә урынлашҡан. Шунда алып килеп һалығыҙ!”, тип яҙа Ғәле ауыл биләмәһе башлығы Васил Игебаев социаль селтәрҙә. Беҙҙә уға ҡушылабыҙ, эсер һыуыбыҙҙы, һулар һауабыҙҙы, иген сәсер еребеҙҙе бысратмайыҡ!

 Белешмә:

Бер батарейка 20 кв.м.ерҙе, 400 литр һыуҙы һәм һулар һауаны ағыулай. Бынан тыш, ташланған батареялар сүплектәрҙәге янғындарҙың сәбәбе булып тора(улар һауаға хәүефле матдәләр бүлеп сығара).

Етештереүсе үҙ тауарында хатта батареяларҙы көнкүреш сүп-сарҙары менән бергә утилләштереүҙең яраҡһыҙлығын аңлатҡан – һыҙып ташланған сүп-сар һауыты билдәһен ҡуя! Быға ихтибар итеү мотлаҡ.!

Фото: https://vk.com/id691985357

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: