Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Февраль , 15:55

Февралдең һуңғы көндәре йылы була

Башҡортостанда ҡыштың һуңғы көндәрендә төндә һыуыҡ буласаҡ, ә көндөҙ синоптиктар плюс температура фаразлай. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй.

Февралдең һуңғы көндәре йылы була
Февралдең һуңғы көндәре йылы була

28 февралдә көндөҙ 0,-5 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә, таулы райондарҙа термометр бағанаһы +5 градусҡаса күтәреләсәк. Кесаҙна, 29 февралдә,төндә -11, -16°, урыны менән -21°тиклем һыуыта. Көндөҙ синоптиктар 0,-5, таулы райондарҙа +5 градусҡаса күтәрелеүен фаразлай. Яҙҙың тәүге көнөндә, 1 мартта, көндөҙ Башҡортостандың төньяҡ райондарында бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Төндә термометр бағанаһы -8,-13, урыны менән -18 градусҡаса төшә. Көндөҙ +1, -4 градусҡаса йылыта.

Сығанаҡ:https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2024-02-28/fevralde-u-y-k-nd-re-yyly-bula-3661348

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: