Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Март , 10:45

Йәнә ҡыш була, тиҙәр...

Башҡортостанда был аҙнала -25-кә тиклем һыуыта.

Йәнә ҡыш була, тиҙәр...
Йәнә ҡыш була, тиҙәр...

7 март төнөндә Башҡортостанда һауа температураһы -25 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ ҙә һуңғы көндәргә ҡарағанда бер аҙ һалҡыныраҡ буласаҡ. Әммә термометр бағанаһы -9 градустан түбән төшмәйәсәк.

Бөгөн, 5 мартта, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяғында ғына бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +4°тиклем. Иртәгә, 6 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12°, аяҙытҡанда -17°, көндөҙ -2, -7°. Кесе йома, 7 мартта, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, аяҙытҡанда -20, -25°, көндөҙ -4, -9°.

Сығанаҡ: Башкирия Online

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: