Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Апрель , 16:20

"Аҡҡотоҡ аҡ һыуға тулышҡан

Кәбисә йылында ғына Ҡуһаил тауы итәгендә Аҡҡотоҡ ҡоҙоғо һөт кеүек ап - аҡ һыуға тулыша икән.

Ер аҫтынан урғылып аҡҡан аҡ һыу , бәләкәй генә инеш булып, Һаҡмарға ҡушыла.

"Аҡҡотоҡ аҡ һыуға тулышҡан йыл уңышлы, иген уңа, бесән мул була, бәлә - ҡаза урап үтә", - ти мөғжизәне һынаған ололар.

Был шишмә Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында Әүлиә тауы түбәһендә. Ул бер ваҡытта ла ҡоромай, ә итәгендә һирәк осрай торған ҡара ҡайындар үҫә.

Сығанаҡ: https://vk.com/ataysalgazeta

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: