Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Апрель , 21:30

Ҡапыл һыуытасаҡ

Аномаль эҫе һауаға өйрәнеп тә өлгөргәйнек. Әммә йәй етте тип ҡыуанырға иртә әле...

Ҡапыл һыуытасаҡ
Ҡапыл һыуытасаҡ

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, 24 апрелдә ҡояшлы һәм аномаль йылы һауа торошо яуым-төшөм һәм һыуыҡтар менән алмашынасаҡ, көндөҙ термометр бағанаһы +17 градус күрһәтәсәк, төндә +11 градусҡаса, көслө ямғыр яуасаҡ. 25 апрелдә көндөҙ +14, төндә +9 Градус. Ә 26 апрелдә көндөҙ +8, төндә +6 градусҡа тиклем һыуыта. Яуым-төшөм дауам итәсәк.

Республикала йәнә 1 майҙа, уртаса һауа температураһы +15 градусҡа еткәс кенә, йылыта башлаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта ямғырҙар ҙа туҡтаясаҡ.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: