Төбәктең гидрометеорология Һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә эҫе булмаясаҡ. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ һауа +21, +26 градусҡаса йылынасаҡ. 8 августа һалҡыныраҡ - +19, +24 градус. Шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Рәсәй гидрометеорология үҙәге һауа температураһының артабан түбәнәйеүен күҙаллай. 9 августа көндөҙ +21 һәм төндә +14 градус, 10 августа көндөҙ +20 һәм төндә +12 градус булыуы көтөлә. 11 августа бер аҙ йылыта — көндөҙ +22 градус була.
Г.Таһирова фотоһы.