Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Август , 12:05

Августың икенсе яртыһы ямғырһыҙ булырмы?

Өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙан тамам йонсоноҡ. Синоптиктар нимә вәғәҙәләй һуң? 

Августың икенсе яртыһы ямғырһыҙ булырмы?
Августың икенсе яртыһы ямғырһыҙ булырмы?

Гисметео порталы хәбәр итеүенсә, август айының икенсе декадаһы, 11-нән 20-нә тиклем, ямғырлы һәм һалҡын була. Көндөҙ уртаса температура +16,+18 градус тәшкил итәсәк. Көслө ямғырҙар һәм көслө ел булыуы ихтимал. Әммә август аҙағында барыбер йылыта. Айҙың өсөнсө декадаһында термометр бағанаһы көндөҙ +25 градусҡа тиклем күрһәтәсәк. Ямғырҙар туҡтаясаҡ, ҡояшлы буласаҡ.

Сентябрь башында ла йылы буласаҡ. Һауа температураһы +21+23 градусҡа тиклем етәсәк. Дөйөм алғанда, росгидрометтың фаразына ярашлы, сентябрҙә һауа температураһы нормаға яҡын, ә яуым-төшөм ғәҙәти күләмдә була.

Г.Таһирова фотоһы.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: