Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Февраль 2023, 15:30

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе

Юлдыбайҙа йәшәүсе Мәүәзиә Әхмәтшә ҡыҙы Моталлапова ла ҡорамыш ҡорарға ярата. #Трезвостьнормажизни #Трезвоесело2022 #Айыҡауыл2022 #ТрезвоеселоЮлдыбай #АйыҡауылЮлдыбай #Зилаирскийрайон #Йылайыррайоны #ВсемирныйКурултайБашкир #Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Мәүәзиә Моталлапова күбеһенсә буй, арҡыры юрған, ябынып ятыу өсөн юрған, яҫтыҡ тыштары, ултырғыстарға түшәктәр тегә.

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Ҡорамаға тотонорға ҡасандыр етешһеҙ тормош, мохтажлыҡ мәжбүр итһә, бөгөн килеп был йола кәсебенә әүерелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар элегерәк энә, еп һәм иҫке күлдәктәрҙең, яулыҡтарҙың, түшәк-ҡаралтыларҙың арыуыраҡ урындары, күлдәк тектереүҙән ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ туҡыма киҫәктәре ярҙамында ҡаралты бөтәйткән, хәҙер килеп үҙенсәлекле, милли колоритлы матурлыҡ тыуҙыра.

Зәңгәр экрандарҙан рекламалап матур-матур түшәк-ябынғыстар һаталар, “сделано в стиле пэчворк”, тип ебәрәләр. Уның асылы - ҡорамыштарҙан ҡорап тегелгеү.

Мәүәзиә Әхмәтшә ҡыҙының геометрик фигураларҙы симметриялап беркетеп, сағыу төҫтәрҙән зауыҡ менән теккән ҡаралтылары бик стилле, һатыуҙыҡынан күпкә сифатлыраҡ.

Ҡорама ул ябай ҡаралты ғына түгел, ул  тотош хәтер юрғаны. Быуындар хәтерен, милли асылыбыҙҙы һаҡлар гәүһәр.

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе
Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: