Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

Балаҫ һуғыу - боронғо кәсеп ул. Бөгөн Юлдыбай ауылында уҙған фестиваль быға асыҡ миҫал булды.

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы

Сарала район оҫтабикәләренән тыш Иҫке Сибай, Хәйбулла районы уңғандары ла ҡатнашты. Күҙҙең яуын алырҙай балаҫтар залды биҙәне. Уларҙың араһында яңы ғына һуғыу станогы аҫтынан сыҡҡаны ла, 50, 60 һәм унан да күберәк йылдар һандыҡ төбөндә һаҡланған өләсәй балаҫтары ла бар ине.

Әйткәндәй, был фестиваль Юлдыбай ауылында өсөнсө тапҡыр уҙғарыла һәм уны ойоштороуға күп көс һалған район ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратованың башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Г.Таһирова фотолары.

Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Быуаттарҙы бәйләгән нағыш – башҡорт балаҫы
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: