“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина звеноһын яңыртыу программаһы буйынса Бәләбәй үҙәк район дауаханаһына алынған яңы заманса рентген диагностика комплексында 2260 тикшереү үткәрелгән дә инде. “Диаком-Рэй” комплексы төрлө сирҙәрҙе диагностикалау өсөн йыш файҙаланылған стандарт рентгенология тикшеренеүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Унда рентгенография һәм һанлы вариантта линиялы томография үткәрергә мөмкин. Нурҙы горизонталь һәм вертикаль проекцияға күсереү мөмкинлеге пациенттың бөтә анатомик өлкәләрен тулыһынса йәлеп итергә ярҙам итә.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-10-11/apparat-ynau-y-u-yshly-tte-3474323