Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Ноябрь 2023, 15:40

Ҡайындар шаулап үҫер әле

Йома көн эшләнгән эш, уң була, тигән боронғолар. Үткән йома Үрге Ғәле ауыл биләмәһенең әүҙем ир-егеттәре Байғужаға илткән юл ситенә ҡайын ағасы орлоғо сәсеп сыҡты.

Ҡайындар шаулап үҫер әле
Ҡайындар шаулап үҫер әле

Байғужа, Бикйән, Үрге Ғәле ауылдары халҡы ҡыш, бигерәк тә март айының бурандарынан биҙәреп тора, сөнки буран булдымы был ауыл халҡы юлһыҙ ҡала. Республикабыҙҙа иғлан ителгән “Атайсалға файҙалы эштәр йылы”нда Үрге Ғәле ауылы биләмәһе халҡы кәңәшләшеп, юл ситенә ҡайын орлоғо сәсеп сығыуҙы кәрәк тип тапты.

Ауылдың бер төркөм ир-егеттәре был эште оҙаҡҡа һуҙмай эшләп тә ҡуйҙы. Орлоҡ ауыл халҡы йыйған аҡсаға алынды.

Бер нисә йылдан юл ситен йәмләп йәм-йәшел сауҡалыҡ үҫеп сығыр. Тора бара һомғол ҡайындар ҡоторонған буран ҡарҙарын юлға сығармай тотоп ҡалыр.

 Эшләгән эштәрегеҙ уң һәм файҙалы булһын!

Фотолар: Васил Игибаев “Бәйләнештә” селтәренән алынды.

 

Ҡайындар шаулап үҫер әле
Ҡайындар шаулап үҫер әле
Ҡайындар шаулап үҫер әле
Ҡайындар шаулап үҫер әле
Ҡайындар шаулап үҫер әле
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: