Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ата-бабаларҙың эҙҙәре буйлап

Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһенең бер төркөм хаҡлы ялдағы йәшәүселәре «Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм» проекты сиктәрендәге Ырымбур ҡалаһына бер көнлөк сәйәхәттә йөрөп ҡайтты.

Ата-бабаларҙың эҙҙәре буйлап
Ата-бабаларҙың эҙҙәре буйлап

«Был экскурсия шул тиклем матур, һоҡланғыс,  тәьҫораттарға бай һәм йөкмәткеле, файҙалы ла булды. Ҡаланың "Карауанһарай " тарихи архитектура комплексы менән танышып,  мәсеткә индек, урындағы имамдың вәғәздәрен, дини мәғлүмәттәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ.
Ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йөрөп, Ырымбур тарихи музейында ла булдыҡ. Ә инде иң оҡшағаны "Еңеүселәр ҡоралы " тип аталған ХХ быуат урталарында һәм икенсе яртыһында Тыуған илебеҙ һағында торған хәрби техника һәм ҡорал, ауыл хужалығы техникаһы һәм транспорты экспозициялары урынлашҡан бик ҙур парк булды.

Урал йылғаһы аша һалынған Европа – Азия күпере буйлап йөрөп иҫтәлеккә фотоға төштөк. "Милли ауыл"мәҙәни комплексында төрлө милләт вәкилдәренең тарихы һәм мәҙәниәте, этнографияһы, йәшәү рәүеше, кейеме, көнкүреше менән таныштыҡ. Бер көндә генә әллә күпме матур урындарҙа булып өлгөрҙөк.
Иҫтә ҡалырлыҡ бик шәп экскурсия булды ул!
Ә инде беҙгә был сәфәрҙе ойошторған Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Р.М. Тотмановҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙең һәр теләк-тәҡдимебеҙҙе ҡеүәтләп торған, бер үтенесебеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған  Рөстәм Мөхтәр улына афарин тип әйтергә генә ҡала. Шулай уҡ беҙҙе уңайлы автобус менән тәьмин итеүсе Бәрҙәш мәктәбе директоры Владимир Егорович Сергеевҡа, ҡала буйлап хәүефһеҙ йөрөтөүсе шофер Дмитрий Терентьевҡа бик оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ», – ти сәфәрҙән ҡәнәғәт булып ҡайтҡан Ләйлә Халикова, тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

«Бик тә ҡыуанып,шатланып,рәхәтләнеп йөрөп ҡайттык рәхмәт ойоштороусыларға, Ләлә апай Хәликоваға, беҙҙең турала уйлап ,ҡайғыртып тороусы хакимиәт башлығыбыҙ Рөстәм Тотмановҡа,» – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә сәфәрҙән йөрөп ҡайтыусы Миңлегөл Аҡҡужина.

 “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” тип аталған проект Башҡортостанда 2020 йылда старт алған ине. Әлеге көндә лә эшләп килә. Республиканан хаҡлы ялдағылар Белорусияға, Абхазияға сәфәр ҡылһа. Беҙҙең райондың оло йәштәгеләре Яҡты күл, Шүлгән ташты, Ҡарауанһарайҙы барып күрә алды. Был проект дауам итеп киләсәктә ололар республика, ил буйлап сәйәхәт итер!

 

Ата-бабаларҙың эҙҙәре буйлап
Ата-бабаларҙың эҙҙәре буйлап
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: