Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Март 2018, 11:53

Урал аръяғының 2011-2017 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһын бойомға ашырыу йомғаҡтары.

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһын бойомға ашырыу муниципаль берәмектәрҙең, шул иҫәптән Йылайыр районының инвестициялар климатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Муниципаль районда 2011-2017 йылдарҙа бойомға ашырылған программаның ҙур һәм урта предприятиелар буйынса төп капиталға индергән дөйөм инвестиция күләме 3,8 млрд һум тәшкил итте, шулай уҡ уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 114% күрһәткесенә етте.

Был осорҙа 79 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса 2010 йл менән сағыштырғанда тҡҙҡлҡш күләме 1,16 тапҡырға артҡан.

2017 йыл йомғаҡтары буйынса район ойошмаларында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 22,8 мең һум тәшкил итә, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарата 110,8 процент тәшкил итә һәм 2010 йыл кимәленән 2,22 тапҡырға күберәк.

2010 йыл менән сағыштырғанда эшһеҙлек кимәле 1,6 тапҡырға кәмегә н һәм 2017 йыл йомғаҡтары буйынса 1,17 процент тәшкил итә.

Инвестиция үҫеше

Программаны бойомға ашырыу осоронда байтаҡ средстволар райондың социаль һәм инженер инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Төҙөлгән, реконструкцияланған һәм ремонтланған:

6 балалар баҡсаһында капталь ремонт башҡарылған (Һултантимер, Юлдыбай, Йылайыр, Бәрҙәш, Иван-Ҡыуалат ауылlfhы), Йылайыр ауылында яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде.

3 фельдшер-акушерлыҡ пунктында капталь ремонт эшләнде.

Йылайыр ауылында Балалар ижад йорто реконструкцияланды.

Район үҙәгендә бассейны булған физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 10 сентябрендәге 1154Р һанлы ҡарарына ярашлы 2012 йылдың 13 сентябрендәге 169-сы килешеүе буйынса Йылайыр ауылында янғындан зыян күргәндәр өсөн 8 торлаҡ йорт төҙөлдө.

2014 йылда Йылайыр ауылында 54 күп фатирлы йорттоң ҡыйығы ремонтланды.

2016 йылда Йылайыр ауылы, Ҡыҙыл Партизандар урамы, 89 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттоң ҡыйығы капиталь ремонтланды.

2017 йылда Йылайыр ауылы, Голубцов урамы, 108 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорт капиталь ремонтланды.

Төҙөлдө, реконструкцияланды:

Шанский ауылына 13 км оҙонлоҡта юл һалынды.

32,3 км юлда, ике күперҙә ремонт эштәре башҡарылды.

Муниципаль райондың инвестиция программаһы үҙенә 16 эре инвестпроектты индерә, шуларҙың 9-ы бойомға ашырылған:

бионэнергетик яғыулыҡ етештереү;

Юлдыбай ауылында ағас эшкәртеү производствоһын булдырыу;

районда “Патриот” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын асыу;

районда йәшелсәселекте үҫтереү;

“Алтын ҡулса” юл янындағы комплексы төҙөлдө;

“Мегаполис” сауҙа үҙәге төҙөлдө;

төҙөлөш материалдары магазины асылды;

магазин тө ҙөлдө;

Йылайыр районында тегеү производствоһын ойоштороу;

Инвестиция проекттарын һәм сараларын бойомға ашырыу барышында 571 эш урыны булдырылған.

Әлеге ваҡытта 7 эре инвестиция проекты бойомға ашырыла һәм бойомға ашырыуға планлаштырыла:

Йылайыр ра йонында бойҙа йҙың ҡаты сорттарын етештереүҙе арттырыу;

мунса-кер йыуыу комплексы төҙөү менән бер рәттән Йылайыр ауылында күсемһеҙ милектең бүтән коммерция объекттарын сафҡа индереү;

ағастан погонаж изделиелар етештереү күләмен арттырыу;

Йылайыр районында һөт продукцияһын эшкәртеү һәм һатыуға сығарыу;

Йылайыр районында эре малдар үрсетеү (һөт малсылығы);

Йылайыр районында агротуризмды үҫтереү;

әҙерләү-склад комплексын реконсирукциялау;

Был проекттаҙы бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә 66 эш урыны булдырыласаҡ.

Ауыл хужалығы

Башҡортостанстаттың оператив мәғлүмәттәренән күренеүенсә 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһы күләме 1 394,29 млн һум тәшкил итте. 2010 йыл менән сағыштырғанда үҫеш күрһәткестәре 1,7 тапҡырға артҡан.

2017 йылда етештерелгән продукция төрҙәре буйынса:

– иген – 18,2 мең тонна, был күрһәткес 2011 йыл кимәленән 5 процентҡа юғарыраҡ.

– һөт – 24,6 мең тонна, был күрһәткес 2011 йыл кимәленән 15 процентҡа юғары.

– ит – 4 мең тонна, был күрһәткес 2011 йыл кимәленән 17 проуентҡа юғары.

– бал – 86 тонна – был күрһәткес 2011 йыл кимәленән 22 процентҡа юғары.

Бөгөнгө көндә муниципаль район территорияһында 146 крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән, был 2011 йыл кимәле менән сағыштырғанда 1,3 тапҡырға күберәк.

2011-2017 йылдар осоронда бойомға ашырылған программа сиктәрендә дәүләт финанс ярҙамының суммар күләме 148,2 млн һум тәшкил итте, шул уҡ ваҡытта уртаса йыллыҡ үҫеш темпы 114,18 процентҡа етте.

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең өссубъекты “Башҡортостан продукты” проектының дипломанттары булып танылды.

Инфраструктураны үҫтереү, бизнесҡа ярҙам

2011 – 2017 йылдарҙа инфраструктура төҙөлөшөнә һәм бизнесты үҫтереүгә дәүләт финанс ярҙамының күләме 1 155 млн һум тәшкил итте.

Шуларҙан:

– социаль һәм инженерлыҡ инфраструктураһына – 470,2 млн һум (йыл һайын уртаса 67,2 млн һум);

– юлдар селтәренә – 658,3 млн һум (йыл һайын уртаса 94 млн һум);

– урта һәм бәләкәй бизнесҡа – 26,5 млн һум (йыл һайын уртаса 4,12 млн һум).

Муниципаль район территорияһында инженерлыҡ коммуникациялары төҙөлдө:

– 15,92 км һыу селтәре сафҡа индерелде;

– Йылайыр ауылында “Г” секторында 9,2 км газ селтәре төҙөлдө;

– 12,41 км электр сымдары алмаштырылды.

32,3 км юл япмаһы, 100 погон метрҙан 2 күпер ремонтланды.

Социаль объекттарҙан:

– Йылайыр ауылында 160 урынлыҡ 1 балалар баҡсаһы;

– Йылайыр ауылында бассейны булған 1 физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөлдө.

13 км юл, Йылайыр ауылында янғындан зыян күреүселәргә 8 торлаҡ йорт төҙөлдө.

2020 йылға тиклем муниципаль районды үҫтереү перспективалары

Урал аръяғының иҡтисадына һәм социаль өлкәһенә ярҙам күрһәтеү буйынса саралар иҫәбенә 2020 йылға тиклем 11 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ, улар 89 эш урыны булдырырға йәки һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

Эш хаҡын айына 29 мең һумға тиклем арттырыу тәьмин ителәсәк.

1 мәктәп интернатын төҙөү һәм янғын депоһын төҙөп бөтөү планлаштырыла.

3,5 км юл ремонтланасаҡ һәм 50 погон метр күпер (1 күпер) төҙөләсәк.

Торлаҡ төҙөлөшө сараларына ярашлы 255 ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителәсәк.

Урындағы башланғыстарға ярҙам

Конкурс һайлап алыуы һөҙөмтәләре буйынса 2014 – 2017 йылдарҙа беҙҙең районда 50,9 млн һум суммаға 44 проект ғәмәлгә ашырылды.

Типология буйынса проекттар түбәндәгесә бүленде:

– юлдарҙы ремонтлау буйынса – 11 проект;

– балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү буйынса – 4 проект;

– тракторҙар һәм тағылма ҡорамалдар һатып алыу буйынса – 10 проект;

– янғын депоһын урынлаштырыу өсөн бинаны ремонтлау буйынса – 1 проект;

– һыу менән тәьмин итеү буйынса – 3 проект;

– махсус янғын һүндереү техникаһы һатып алыу буйынса – 4 проект;

– урамдарҙы яҡтартыу буйынса – 6 проект;

– халыҡтың күмәкләп ял итеү урындарын булдырыу буйынса – 1 проект;

– халыҡ ихтыяжы өсөн сүп-сар түгеү машинаһы һатып алыу буйынса – 1 проект;

– ауыл амбулаторияһын урынлаштырыу өсөн бинаны капитал ремонтлау буйынса – 1 проект;

– ауылда инеш аша һалынған күперҙе ремонтлау буйынса – 1 проект.

Республика бюджетынан 38,6 млн һум алдыҡ, халыҡтан һәм бағымсыларҙан йыйылған аҡса 7,9 млн һум тәшкил итте, ауыл биләмәләре бюджетынан 5,02 млн һум финансланды.

Халыҡтың һәм бағымсыларҙың аҡсалата булмаған ярҙамы 9,3 млн һум тәшкил итте.

Республика бюджетынан бүленгән һәр һумға, аҡсалата булмаған ярҙамды иҫәпкә алмағанда, 32 тин, аҡсалата булмаған ярҙамы иҫәпкә алғанда – 56 тин йәлеп ителде.

2018 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу өсөн бөтә 13 ауыл биләмәһе буйынса заявкалар тултырыла (12,5 млн һум).

Читайте нас: