Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Апрель 2018, 17:55

Сауҙа мәсьәләләре ҡаралды

Үткән аҙнала районда Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә сауҙа һәм ҡулланыусылар баҙары мәсьәләләре буйынса зона кәңәшмәһе булып уҙҙы.


Кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Н.М. Фазылов, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән райондары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәренең иҡтисад мәсьәләләре менән шөғөл-ләнеүсе вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы-ларға сәләмләү телмәре менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы С.В.Парфенова мөрәжәғәт итте.

Артабан Н.М.Фазылов Башҡортостандың Урал аръяғы райондарында ғөмүмән сауҙа өлкәһен, шул иҫәптән берәмләп һатыу өлкәһендә ҡулла-ныусылар баҙарын үҫтереү, яҡындағы ете йылға республикала сауҙаны үҫтереүҙең яңы дәүләт программаһы, һуңғы ваҡытта сауҙа эшмәкәрлегендә ҡулланыла башлаған “Меркурий” системаһы, онлайн-кассалар, берәмләп һатыуҙа ҡулланылған башҡа иҫәп-хисап мәсьәләләре тураһында ентекләп һөйләне. Урал аръяғы райондарының 2017 йылдағы берәмләп һатыу әйләнеше торошона анализ яһап, уға ыңғай баһа бирҙе.

Кәңәшмәлә райондар һәм Сибай ҡалаһы хакимиәттәре вәкилдәренең Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү программаһының сауҙа өлкәһенә ҡағылышлы саралар планының нисек үтәлеүе тураһында док- ладтары тыңланды. Улар үҙ сығыштарында сауҙа өлкәһендәге уңыштар тураһында ғына һөйләп ҡалманы, әлеге көндә булған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ла үҙ фекерҙәрен әйтте. Һатыуға бигерәк тә үҙебеҙҙең республикала етештерелгән продукцияны күберәк сығарыу, сауҙа өлкәһендәге проекттарҙы инвестициялауҙы арттырыу, иң кәрәкле тауарҙарҙы алыҫ ауылдарға йөрөп һатыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен һыҙыҡ өҫтөнә алды улар үҙ сығыштарында.

Николай МОХОВ.
Читайте нас: