Ауыл уттары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Май 2018, 18:35

Ағас эшкәртеүҙе – юғары технологик кимәлгә

15 майҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов беҙҙең районға эш сәфәре менән килде. Министр менән район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән бер нисә бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарында булдылар. "Биоэнергетическая компания" һәм "Гранд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең, "Чекунова Н.Н." һәм "Макаров А.А." шәхси предприятиеларының, "Каплина Т.Н.", "Шевченко Н.И." КФХ-ларының эшмәкәрлеге менән таныштылар.
Эшҡыуарҙар менән осрашҡанда урман хужалығы министры предприятиеларҙың үҫеш кимәле, етештергән продукция, ағас әҙерләү техникалары, ҡорамалдары һәм станоктар менән тәьмин ителеү, финанс-иҡтисади хәл-торош, эш урындарының булдырылыуы, эш хаҡы кимәле, ҡалдыҡтарһыҙ эшләүсе технологияларҙы индереү буйынса киләсәккә пландар һәм перспективалар тураһында һорашты.

Һуңынан министр “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” ЯСЙ-һы ағзалары һәм арендаторҙар менән кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәне район башлығы И.Л.Фәтҡуллин асты. Үҙенең сығышында ул райондың социаль-иҡтисади үҫешенә урман хужалығының йоғонтоһон баһалап үтте, сәнәғәт предприятиелары әйләнешенең төп өлөшө - 76 процентының - тап урман хужалығына тура килеүен билдәләне. Былтыр был күрһәткес 40 миллион, йәғни, 2016 йылғы кимәлдән 8 процентҡа юғарыраҡ булған. Ике урман хужалығы буйынса тейәп ебәрелгән продукция 30 миллион һумға яҡын. Урман хужалығы һәм эшкәртеүсе тармаҡтар субъекттарының урындағы бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға индерелгән һалым өлөшө 7 процент тәшкил итә.

Урман хужалығы өлкәһендә 1200 кеше эшләй. Былтыр яңы 40 эш урыны булдырылған, уртаса эш хаҡы 20 мең һумдан ашыуыраҡ. Бөтә ауыл биләмәләре лә урман хужалығы менән хеҙмәттәшлек итә, урманда сыҡҡан янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнаша.

– Түбән сортлы япраҡлы ағас төрҙәрен һәм ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү бу-йынса хәл-торошто яҡшыртыу – иң төп бурыстарыбыҙҙың береһе – тине район башлығы И.Л. Фәтҡуллин. Шул уҡ ваҡытта Илгиз Лирман улы артабан үҫешеү өсөн шарттар булыуын, бары дәүләт һәм республика биргән мөмкинселектәрҙән файҙалана белергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов үҙенең сығышында республикала урман хужалығының торошо хаҡында һөйләне, беҙҙең районда күргәндәренән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Дөйөм алғанда, районда был тармаҡта эштәр насарҙан түгел. Дәүләт программаһы буйынса ҡырҡынды урманды үҙләштереү – урман хужалығы үҫешенең һәм республика хөкүмәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең төп күрһәткесе булһа, ул республикала 29 процент, ә Йылайыр урмансылығында 55,6, ә Кананикольск урмансылығында 41,7 процент тәшкил итә. Арендаторҙарҙың күрһәткестәре иһә тағы ла юғарыраҡ: Йылайыр урмансылығында - 74 процент, Кананикольск урмансылығында - 100 процент.

Марат Искәндәр улы сығышында һуңғы йылдарҙа ҙур һорау менән файҙалана башлаған йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы үҙләштереүгә күсергә саҡырҙы. Сөнки илебеҙҙең күп төбәктәрендә фанера эшләү өсөн сығанаҡ булып торған ҡайындарҙың етешмәүе күҙәтелә. Шулай уҡ ылыҫлы ағастарҙың кәмеүе лә – республикала ул барлығы 10, ә беҙҙең районда 18 процент ҡына ҡалған - япраҡлы ағастарҙы эшкәртеүгә тотонорға этәреүсе сәбәптәрҙең береһе.

Урмандарҙы ҡуртымға биреү – алда торған йәнә бер йүнәлеш. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул 100 процентҡа тиклем барып етһә, Башҡортостанда 25 процент, Йылайырҙа иһә 10 процент самаһы, тип билдәләне министр.

М.И.Шәрәфетдинов шулай уҡ төп проблемаларҙың береһе булып торған урман янғындарына ла туҡталды. Янғын хәүефе артҡан яҙ миҙгеле башланыу менән урмандарҙы һаҡлауға иғтибарҙы ла арттырыу, ағастарҙы иҫәпләү һәм ҡулланыу юлында берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһын ҡулланыу, урмандарҙы тергеҙеү пландарын үтәү, урман хужалығында ҡулланылған техниканы алыу өсөн субсидия бүлеү һәм башҡа бик күп мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.

Урман хужалығы буйынса бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының һалым түләмдәре тураһында Федераль һалым хеҙмәтенең 37-се Сибай район-ара һалым инспекцияһы етәксеһе А.В.Дубровский сығыш яһаны.

Урман хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы, республикала сәнәғәтте үҫтереү фондын төҙөү һәм уның эшмәкәрлеге тураһында Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығының баш белгесе И.З. Дәүләтгәрәев һөйләне.

“Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” ЯСЙ-һының 2017 йылғы эшмәкәрлеге һәм 2020 йылға тиклем үҫеш перспективалары тураһында уның директоры Н.Н.Николаев сығыш яһаны.

Министр урынбаҫары А.З.Әхтәмов етештереүҙән ҡалған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүҙе ойоштороу, эре эшкәртеү сәнәғәт предприятиеларына алып барыу буйынса логистик бәйләнеш булдырыу, ағас эшкәртеү йәһәтенән заманса техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү тураһында үҙенең тәҡдимдәрен әйтте. Осрашыу һуңында урман хужалығы министры ағас эшкәртеү буйынса Йылайыр районының һәр ваҡыт алдынғы позицияла тороуын билдәләне һәм киләсәктә лә шулай булыуын теләне.

Кәңәшмәне йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин һөҙөмтәле эшмәкәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе, ошо осрашыуҙың Урман сәнәғәтселәре союзы һәм дөйөм район иҡтисадының үҫешенә этәргес биреүен теләне.

Зөлфирә ҠОҘАШЕВА әҙерләне.

Читайте нас: