Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында “Көньяҡ Урал-2018. Уңайлы инвестиция мөхите – эшҡыуарлыҡты үҫтереү нигеҙе” тип аталған иҡтисади форум үтте. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг, “Тере планета” телеканалының баш мөхәррире Мария Моргун, үҙебеҙҙәге һәм күрше өлкәләрҙәге эре сәнәғәт компаниялары башлыҡтары, федераль һәм төбәк власы органдары, фәнни үҙәктәр һәм белем биреү ойошмалары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институттары, бизнес вәкилдәре ҡатнашты.
Дүртенсе тапҡыр ойош-торолған форумда Урал аръяғы биләмәһендә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары, бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары һәм институттары араһында профессиональ диалог ойоштороу, шулай уҡ ғәмәлдәге производстволарҙы киңәйтеү мәсьәләләрен тикшереү, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу өсөн яңы предприятиелар асыу һәм үҫтереү юлдары барланды.
Сарала ҡатнашыусылар тәүҙә Сибай ҡалаһындағы балалар ижады үҙәгендә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, “Башҡорт баҡыры” кеүек эре компанияларҙың инвестпроекттарынан, халыҡ кәсепселәренең, төбәк эшҡыуарҙарының ҡул эштәренән ойошторолған бай күргәҙмә менән танышты. Беҙҙең район делегацияһы был күргәҙмәлә “Йылайыр урман сәнәғәтселәре союзы” ЯСЙ-һы продукцияһын – профилләнгән бурсаларҙан, түңәрәтелгән бүрәнәләрҙән айырым элемент ҡоролмалары өлгөләрен, күмер, өҫтәлдәр, эскәмйәләр, ағас һаптар, урман культураларының үҫентеләре һәм орлоҡтарын, “Мостай” ЯСЙ-һы – тәбиғи көпләү таштарын, шәхси эшҡыуар Р.И. Игебаев металдан иретеп-йәбештереү изделиеларын күрһәтте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: форумда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла юғары власть органдары вәкилдәренең сығышын тыңлап, фекерҙәрен ишетеп, уларға үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе ишеттереү, хәл ителмәгән проблемаларҙы бар яҡлап күрһәтеү мөмкинлеге алһа, икенсенән, үҙ эштәре миҫалында ситтән, ҡайҙандыр инвестор көтмәй, үҙеңә үк эшҡыуарлыҡҡа тотонорға мөмкин булыу юлын асыҡтан-асыҡ дәлилләне. Үҙ еребеҙҙә, үҙебеҙ етештергән сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукттар һәр кемдең өҫтәлендә урын алыу – заман талабы, күңел ҡушыуы. Тик уларға үҙҙәренең “ҡаҙанында” ғына ҡайнап ятырға түгел, ошондай иҡтисади форум-дарҙа ҡатнашыу, заман менән йәнәш атлау, үҙҙәре етештергән ризыҡтарға реклама яһау, мөмкин тиклем һатып алыусыларҙы йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Әйткәндәй, “Көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы” ҡабул ителгәнгә ете йыл ваҡыт үтте, ошо ваҡыт эсендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы дүрт тапҡырға артҡан, дүрт микрофинанслау үҙәге асылған, 640 яңы эш урыны булдырылған.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов иҡтисади форумды асып, республикала бизнес өсөн яҡшы һәм уңайлы шарттар булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә эшҡыуарлыҡтың ниндәй генә төрөн алһаң да, уның тулы күләмдә эшләп китеүе өсөн ваҡыт һәм уңайлы шарттарҙың булыуы мотлаҡ.
– Бындай форумдар үткәреү эшләргә импульс бирә, сарала ҡатнашыусылар бер-береһе менән аралаша, фекерләшә, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә. Шулай уҡ форум төбәктәрҙе берләштереү майҙансығы ла булып тора. Бөгөн төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре етди фекер алышыуҙы талап итә. Илдәге глобалләшеү, донъя баҙарындағы үҙгәрештәр хеҙмәттәшлектең яңы юлдарын табырға, төрлө мөмкинлектәрҙән сығып эш итергә, яңыса фекерләүгә килтерә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Шуға күрә форумда төбәк-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә ентекле туҡталып, үҙ-ара фекер алышырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға саҡырам. Был йәһәттән беҙ Ырымбур өлкәһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ. Заман муниципалитеттар араһында ғына түгел, ә төбәктәр алдында агломерациялар, территориаль кластерҙар ойоштороу, бер нисә төбәк өсөн отошло булған программаларҙы дөйөм көс менән тормошҡа ашырыу бурысын ҡуя. Шуға күрә бигерәк тә төбәктәр үҫешенә этәргес биргән проекттарға ентекле туҡталыу, уның мөмкинлектәрен өйрәнеү шарт.
Форумдың икенсе көнөндә ошо мәсьәлә буйынса Баймаҡ районында “Инвестициялар йәлеп итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн туризм һәм рекреация мөмкинлектәре” тигән “түңәрәк өҫтәл” үтте.
Форумда республикала уңайлы инвестицион мөхит булдырылыуы хаҡында бәйән ителеп, төбәккә оҙайлы инвестицияларҙы йәлеп итеү технологиялары, уға бәйле ҡайһы бер закондарға үҙгәрештәр индереү, билдәле ваҡытҡа тиклем ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, инвестиция эшмәкәрлеген көйләү буйынса дәүләт ярҙамы формалары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү, инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр яҡтыртылды. Сара аҙағында төбәк-ара, көньяҡ-көнсығыш райондары муниципалитеттары араһында, тау сәнәғәте, ағас эшкәртеү, урман, ауыл хужалығы, фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, экология йүнәлештәрендә һәм шәхси эшҡыуарҙар менән берлектәге егермегә яҡын килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Йылайыр районы хакимиәте һәм “Стратегия” ЯСЙ-һы араһында 30 млн һумдан ашыу инвестиция күләмендә район территорияһында “Стратегия” ЯСЙ-һы базаһында ит-һөт малсылығын үҫтереү” инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның маҡсаты –яңы малсылыҡ комплекстары төҙөү һәм булғандарын модернизациялау, эре мал һатып алыу һәм уларҙың һанын 500-ләп башҡа еткереү. Тағы ла бер килешеү беҙҙең район хакимиәте, “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте һәм Хәйбулла районы хакимиәте араһында төҙөлдө. Был күрше райондар территорияһында “Башҡортостан Республикаһы Йылайыр һәм Хәйбулла райондары территорияһында ҡулланыусылар кооперацияһының әҙер-ләү эшмәкәрлегенең эф-фектлылығын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы бойом-ға ашырыу” инвестиция проекты эшләйәсәк. Инвестия күләме – 11,9 млн һумдан ашыу. Район хакимиәте шулай уҡ шәхси эшҡыуар Т.Х. Балтабаев менән Йылайыр ауылында ҡунаҡханалар комплексы төҙөү буйынса инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында килешеү төҙөнө.
Иҡтисади форумды дауам итеү сиктәрендә, икенсе көнөнә Баймаҡ районында “Һабантуй – 2018” халыҡ байрамы үтте. Унда Урал аръяғының барлыҡ ҡала-райондары вәкилдәре йыйылды. Байрам тантаналарында шулай уҡ Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ул урындағы етештереү объекттарын ҡараны, агросәнәғәт комплексы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты. “Һабантуй – 2018” халыҡ байрамында Республика Башлығы барлыҡ Урал аръяғы төбәге халҡын яҙғы сәсеү эштәренең тамамланыуы менән йылы ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары тапшырҙы.
Байрам программаһы ижади коллективтарҙың сығышынан, төрлө конкурстарҙан, ат сабыштарынан, спорт ярыштарынан, балалар һабантуйынан торҙо. Рөстәм Хәмитов Урал аръяғы райондарының тирмәләрен ҡараны, байрамға йыйылған халыҡ, бәйге еңеүселәре, йәштәр менән аралашты. Уларға уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләне.
Йылайыр районының рус өйөнән торған күргәҙмә-комплексын шәхси эшҡыуар А.А. Макаров әҙерләне. Беҙҙең ихатаны Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, төбәктәге көньяҡ-көнсығыш райондарҙың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән программаның координация етәксеһе Илшат Тажетдинов, РФ Федераль йыйылышының Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, район хакимиәттәре башлыҡтары, иҡтисади форумда ҡатнашыусылар һәм башҡалар ҡараны.
Хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн район территорияһында етештерелеүсе продукциянан торған бай күргәҙмә әҙерләнгәйне. Өҫтәл тулы һый-ниғмәттәрҙе тәмләп ҡарарға ла мөмкин ине. “Йылайыр” ҡулланыусылар йәмғиәте үҙенең икмәк-ҡалас продукцияһын, районыбыҙ бренды – ҡаҙыяҡтан әҙерлән-гән ашамлыҡтарҙы күрһәтһә, Дмитриевка ауыл биләмәһе хакимиәте – данлыҡлы балын һәм ҡортсолоҡ продукцияһын, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте – һөт аҙыҡ-түлеген тәҡдим итте. Урындағы сыр етештереүселәр (“Симонян Г.В.” ШП-һы, “Әптикова К.В. крәҫтиән-фермер хужалығы) брынза, “Сулугуни”, “Рәсәй сыры” сортлы сырҙарын тәҡдим итһә, фермер Фәрит Абдулов ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйланы. Район үҙешмәкәр артистары тарафынан күрһәтелгән ҡунаҡ ҡаршылыу йолаһы барыһының да күңеленә хуш килде. Шулай итеп, Йылайыр районының бай күргәҙмә-комплексы барыһына ла бик оҡшаны һәм күтәренке кәйеф бүләк итте.
Республика баҫмаларын ҡулланып