Әлеге ваҡытта республикала дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрлыҡ 500 самаһы күп ҡатлы йорт һалына. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төҙөүселәр көнөнә арналған тантанала ошо хаҡта хәбәр итте.
Шулай уҡ төбәктә 55 меңдән ашыу шәхси йорт төҙөлә, уларҙың дөйөм майҙаны 5 миллион квадрат метрҙан артығыраҡ.
– Төҙөлөш тармағы эшләй, – тине республика етәксеһе. – Уҙған йылда республикала торлаҡ төҙөү буйынса планды үтәнек – яҡынса 2, 5 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылды. Был – дөйөм Рәсәй өлөшөнә һиҙелерлек файҙа. Артабан да яҡынса шундай кимәлдә барырбыҙ тип әйткем килә.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында дөйөм майҙаны 870,1 мең квадрат метрлыҡ 10,5 мең фатир сафҡа индерелгән – был Волга буйы федераль округында икенсе күрһәткес. Һәр мең кешегә 214 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән.