Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Март 2019, 18:43

Дәүләт ярҙамы саралары буйынса кәңәшмә

Шаршамбы көнө район хакимиәте эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән субъекттарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе.

Кәңәшмәлә республиканың Урман хужалығы министрлығы, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, “Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте, “Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһы” акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге, Микрофинанслау үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.
Башта республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре райондың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ объект-тарында булды, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Аҙаҡ район хакимиәтенең ултырыштар залында кәңәшмә темаһы буйынса ентекле һөйләшеү булды.
(Сара тураһында ентекле материалды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: