Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль 2019, 12:11

Районда эшҡыуарлыҡ үҫешә

Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй. Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән.

Иҡтисад һәр заманда ла тормош-көнкүрештең төп нигеҙен билдәләй. Рәсәй Президенты В.В. Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән.
Был проект нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Һуңғы бер нисә айҙа район-ҡалалар хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Унда бергә кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороу йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы.
Йылайыр районы хакими-әтендә лә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” даими үтеп тора. Үткән аҙна аҙағында уҙғарылған был кәңәшмәнең дә, ғәҙәттәгесә, тәүге өлөшөндә бынан алда ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде.
Төп өлөштә иһә район эшҡыуарҙарының проекттары ҡаралды. Улар – йәш йүнселдәрҙең малсылыҡ менән шөғөлләнеү башланғысы.
Үткәрелгән кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса, алда атап үткән эшҡыуарҙарҙың инициативаһын күтәреп алыу, уларҙы теркәү, ер мәсьәләһен хәл итеү һәм әҙер продукцияны һатыуға сығарыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Был проекттар “Эшҡыуар-лыҡ сәғәте”ндә ҡатнашҡандар тарафынан хупланды, район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин уларҙы тормошҡа ашырыуҙа тейешле ведомстволарҙың булышлыҡ итеү кәрәклеген билдәләне.
Әйткәндәй, аҙна һайын уҙға-рылып килгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙар, КФХ башлыҡтары һәм үҙ эшен асырға теләгәндәр ҡатнаша ала. Бының өсөн заявканы түбәндәге интернет сайт аша бирергә була: https://investrb.ru/ru/ («Подать заявку»).
Г.Таһирова.
Н.Мохов фотоһы.
Читайте нас: