Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Декабрь 2019, 18:25

1 ғинуарҙан Өфөлә һәм Башҡортостандың бер нисә районында сүп-сар сығарыуға тарифтар үҙгәрә

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә республиканың бер нисә районында сүп-сар сығарыуға хаҡтар үҙгәрә.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты республиканың 1-се Төбәк операторының эшмәкәрлек зонаһында «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсуслашҡан автомобиль хужалығы» муниципаль унитар предприятиеһы төбәк операторы хеҙмәттәренә берҙәм тарифтарҙы раҫланы. Тейешле документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.
Хәҙер Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө һәм Шишмә райондары ингән 1-се зонала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыуға халыҡ өсөн сикке тариф — 447,04 һум (бер кубометрға).
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан был сумма аҙыраҡ кәмей һәм бер кубометр өсөн 445,86 һум була. Ләкин 2020 йылдың йәйендә үк тариф 22,89 һумға арта.
1 июлдән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән өсөн бер кубометрҙың хаҡы 468,75 һумғаса күтәрелә.